Мәҙәниәт
5 Сентября 2021, 04:00

Хаҡтар

.

ХаҡтарХаҡтар
Хаҡтар

Хаҡтар саба беҙҙең алдан -
Ҡыуып тоторлоҡ түгел.
Ерләү хеҙмәттәренә лә
Хаҡ артҡан тиҙәр бөгөн.

Йәшәһеләр килә лә ул,
Әжәлдәргә төкөрөп.
Дарыуҙарға хаҡтар арта
Нервыларҙы бөтөрөп.

Ауырыуҙар нервтан тип
Күпме сирҙәр атала.
Сырхауҙарға бар бер дарыу —
Ул әжәл тип атала.

Ер йөҙөндә бар нәмә лә
Хаҡҡа барып бәйләнә.
Ер генә Ҡояш тирәләй
Хаҡ һорамай әйләнә.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Айҙар Мәннәнов
Читайте нас