Илдә тыуған хәл арҡаһында апайҙарыбыҙ осрашҡандары юҡ ине, эй, һағынышҡандар, бер-береһе менән ҡосаҡлашып күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Кисәгә Хәйҙәр ағай Әхмәҙуллин да гармунын тотоп килгәйне. Гармун моңдарына ҡушылып йырлау һағындырып кителгән, апайҙарыбыҙ дәррәү гармунға ҡушылып, йырлап-бейеп алдылар. Шулай уҡ күңелле ярыш - конкурстарҙа сәмләнеп ҡатнашып ултырҙылар. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Наилә Кинйәбулатованың дәртле бейеүен байрам күстәнәсе тип ҡабул иттек.