Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2021, 12:21

Ҡыҙым китте кейәү йортона...

Ҡыҙым китте кейәү йортона,Үҙ донъяһы, ғаиләһе усағына.Тыуып үҫкән ғәзиз өйөн ҡалдырып,Ире, ҡайны, ҡәйнә ҡосағына.

Ҡыҙым китте кейәү йортона,
Үҙ донъяһы, ғаиләһе усағына.
Тыуып үҫкән ғәзиз өйөн ҡалдырып,
Ире, ҡайны, ҡәйнә ҡосағына.

Ҡабул ит, ҡоҙағый, ҡыҙымды-
үҙ ҡыҙыңдай,
Нуры һүнмәһен, йылыт, ярат-
үҙ йондоҙоңдай !
Ҡабул итсе, ҡоҙа, ҡыҙымды-
үҙ ҡыҙыңдай,
Ишәйер быуын ағасығыҙ-
Иҙел һыуындай !

Һаҡла, ярат кейәү, ҡыҙымды,
Ҡанаттары уның ҡайырылмаһын!
Тормоштағы төрлө мәлдәрҙән
Уй - юлығыҙ һис тә айырылмаһын!

Ә һин, ҡыҙым,
Иреңә бул тоғ(о)ро ҡатын,
Ҡәйнә-ҡайныңа - уңған килен,
Балаларыңа - наҙлы әсәй,
Ә миңә йомшаҡ “бесәй”!

Ҡайтып-китеп йөрөмә,йәме
Тормоштоң бит була төрлө мәле.
Төшкән ереңә һин таш булып ят,
Миңә ҡунаҡ булып ҡына ҡайт!

Читайте нас: