Бөтәһе лә ғәзиз миңә:
Сылтырап аҡҡан Шиҙем,
Тауҙарҙа ҡалған тауышым,
Һуҡмаҡтарҙағы эҙем,
Берғамыттың быуаһында
Кейек ҡаҙҙар йөҙөүө,
Туғайында сибек бер ҡыҙ
Бөрлөгәндәр өҙөүө;
Мөрйәташтың йыуалары,
Йыуылған ямғырҙарҙа,
Ҡырҡытейендең балтырғаны
Аш ине ул йылдарҙа;
Ҡояш нурына күмелеп
Ал сәскәле йәйҙәрен,
Еләккә алып барыуы
"Тарихсы" инәйҙәрҙең.
Риүәйәттәр тыңлай-тыңлай,
Муйылдар тиргән ваҡыттарҙы
Байрамдай күрә инек.Тыуған яғым хәтеремдә
Алған мәңгелек урын.
Уны һөйләһәм - һүҙ етмәй,
Йырлаһам - бөтмәй йырым.
-4 °С
Болотло