Мәҙәниәт
12 Января 2021, 05:15

РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ӘСӘЙЕМ

Яңғыҙ ҡатын – яңғыҙ ҡайын, тиҙәр-Яңғыҙлығың, әсәй, беленмәне.Яраттылар һине барыһы ла,Өйөңдән һис кеше өҙөлмәне.

Яңғыҙ ҡатын – яңғыҙ ҡайын, тиҙәр-
Яңғыҙлығың, әсәй, беленмәне.
Яраттылар һине барыһы ла,
Өйөңдән һис кеше өҙөлмәне.

Яңғыҙ ҡатын – яңғыҙ ҡайын, тиҙәр...
Болоҡһоп та, бәлки, киткәнһеңдер,
Күрһәтмәйенсә беребеҙгә лә,
Күҙ йәше лә , әсәй, түккәнһеңдер.

Әсәкәйем, һис тә зарланманың,
Беҙҙең өсөн булдың һин ҡалҡан,
“Йәш сауҡалар һынып ҡуймаһын”, - тип
Ышыҡланың елдән, дауылдан.

Ҡурсаланың бәлә - ҡазаларҙан,
Кәртәләнең яман күҙҙәрҙән,
“Һүҙ ҡоһоро төшөп ҡуймаһын”,- тип
Араланың ауыр һүҙҙәрҙән.

Мәрхәмәтле, изгелекле әсәм,
Көслө рухлы, сабыр, аҡыллы,
Беҙ биш балаң – олатай, өләсәйҙәр-
Һинең янда һәр саҡ ҡурсаулы.

Һинең янда һәр саҡ тыныс беҙгә,
Кәрәк һаман һинең кәңәшең.
Яңғыҙ түгелһең һин, әсәкәйем,
Беҙҙең менән бергә йәнәшһең

Хөрмәт ҡаҙандың һин ил алдында-
Эшең менән, ғаиләң менән дә.
Әсәкәйем, күҙ нурҡайым минең,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә!
Читайте нас