Ябалаҡлап ҡар яуа.
Ҡарҙан сафлана һауа.
Бер, ике, өс, дүрт бөртөк,
Беҙ ҡышты оҙаҡ көттөк.
Ҡыштан бүләк мул тейгән -
Урман ап-аҡ тун кейгән.
Ағастар ҡупшыланып,
Көмөштәй яулыҡ сөйгән.
Йәшел шыршы тирәләй
Ҡунаҡтар йырлай, бейей,
Шатланалар, көләләр,
Бергәләп гөр киләләр.
Байрамға урман әҙер,
Көтөгөҙ - хәҙер, хәҙер:
Төп хужа булыр ергә
Яңы йыл үтер түргә.