Бәхет ни төҫлө булалыр
Күҙ менән күрһәң икән.
Төҫөн күрһәм бәхетемде
Таный алырмын микән?
Бәлки, бәхет ябалаҡлап
Яуған ап-аҡ ҡар төҫлө
Күктән яуған аҡ бәхетем
Булырмы икән бәҫле?
Бәлки, бәхет сөм ҡыҙылдыр,
Үтә ҡыҙыл тиҙ уңыр.
Уңып бөткән бәхетемдән
Ярһыу йөрәгем туңыр.
Күктән өмөт итмәгәндәр
Бәхеттең төҫөн күрер.
Хеҙмәт һөйгән егәрлеләр
Бәхетен нурҙан үрер.
Нурҙан туҡылған бәхеттән
Күҙҙәр ҡамашыр микән?
Бәхет яулап көрәшкәндәр
Үҙ төҫөн таба икән.