Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2020, 01:06

Һәр бала байрам көтә

Ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Кескәй принцтар һәм принцессалар балы” ойошторолдо.

Ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Кескәй принцтар һәм принцессалар балы” ойошторолдо.
Сараға саҡырылған балалар байрамда үҙен иң ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тойһон өсөн бик күп күңел йылыһы һалынды. Мәҙәниәт һарайына килеп инеү менән төрлө әкиәт геройҙары ҡаршыланы, “Антураж” театр-студияһында шөғөлләнеүсе тиҫтерҙәре һәр береһен иғтибарға күмде. Ҡаршы алығыҙ, ошондай исемле принц йәки принцесса килә тип, ҙурлап иғлан итеп, кескәй ҡунаҡтарҙың күңелен үҫтерҙеләр.
Мәрхәмәтле сараға район һәм ҡаланан ата-әсәләре менән йөҙләп бала саҡырылғайны. Балды муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова асып, ата-әсәләргә тәрән рәхмәтен әйтте, балаларҙың барыһына һаулыҡ, күңел көрлөгө теләне. Район хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ижади коллективтар тырышлығы менән ойошторолған үҙенсәлекле байрамды изге йолаға әйләндерәсәкбеҙ, тине ул. Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында башланғыс алған мәрхәмәтле бал 8 Март байрамы алдынан Өфөлә үткәйне. Унда республиканан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 250 ҡыҙ бала ҡатнашҡан. Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы, бындай сараның Ишембай өсөн тәүге тәжрибә булыуын һәм байрамға малайҙар – принцтар ҙа саҡырылыуын билдәләне. Балалар, өй стеналары менән генә сикләнеп, тиҫтерҙәре менән аралашыуға, үҙҙәрен йәмғиәттең тулы ағзаһы итеп тойоуға мохтаж булып ултырырға тейеш түгел.
Бик матур театрлаштырылған тамаша ла әҙерләнгәйне, уны күңелле бейеүҙәр алмаштырҙы. Башҡорт кадет корпусы егеттәренең ҡыҙҙарҙы бейеүгә саҡырған мәле күңелгә ятышлы, бик матур күренеш булды. Ихлас аниматорҙар, ирекмәндәр байрамға килеүсе бәләкәстәрҙең күңеленә асҡыс таба, иң йылы тойғолар уята алды. Ситтән күҙәтеп кенә ҡалмай, күптәре йырсыларға ҡушылып бейене, фойе күңелле йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп торҙо. Балға килгән принц һәм принцессаларға билдәле “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң сығышы ла бик матур бүләк булды. Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, уларҙың ошо кис мәҙәниәт һарайында концерты ине. Билдәле артистарҙың сығышын олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡабул итте. Балалар байрам һуңында тәмлекәстәр менән сәй эсеп, бүләктәр алып таралышты. Ә иң мөһиме – осрашыуҙан ҡалған тойғолар. Күңелдәрен йылытып, тормоштарын бөтәйтеп торор улар.
Фото: Ирина Вахонина
Читайте нас: