Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2019, 14:45

ҒАИЛӘ БӘХЕТЕН ӨЛӘШТЕЛӘР

“Йәш ғаилә -2019” муниципаль район конкурсы ишембайҙар өсөн көтөп алған сараларҙың береһе. Быйыл тамашасыны һәр яҡлап та булдырған татыу, күркәм биш ғаилә һөйөндөрҙө.

“Йәш ғаилә -2019” муниципаль район конкурсы ишембайҙар өсөн көтөп алған сараларҙың береһе. Быйыл тамашасыны һәр яҡлап та булдырған татыу, күркәм биш ғаилә һөйөндөрҙө.
Яҡындар, дуҫтар – иң ихлас көйәрмәндәр менән тулы Йәштәр һарайында ысындан да рухлы, дәртле байрам мөхите ине.
Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, ғаилә ҡиммәттәрен тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән конкурстың әһәмиәтен билдәләне. Ысындан да, сәхнәгә сәскә таждары кеүек теҙелеп киткән береһенән-береһе сағыу, булдыҡлы парҙарға, ата-әсә тәрбиәһе көҙгөһө булған балаларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине!
Ижади конкурстарҙа ғаиләләр үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды, ә бит бының өсөн күпме әҙерлек, ҡыйыулыҡ, дәрт кәрәк! Ғаилә байрамында берҙәм тырышлыҡ, команда менән эшләү һөҙөмтәһен күреп булды ла инде. Һөҙөмтәлә Этҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе командаһы еңде! Эйе, яңғылыш яҙманыҡ быны - таланттарҙың төрлөһөнә бай Айһылыу һәм Азамат Заһиҙуллиндар ғаиләһе үҙҙәренең Гран-при алыуын тап берҙәм команда, ауылдаштары еңеүе тип баһаланы. Афарин! Беренсе урынды Тирмән-Йылғанан дүрт бала үҫтереүсе Лилиә һәм Илнур Ғәниевтар яулаһа, күптәргә ижади ғаилә булараҡ таныш Эльмира һәм Денис Хановтар улдары менән икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урын менән “Иң татыу ғаилә” номинацияһын бүлешкән 19-сы мәктәп һәм 33-сө балалар баҡсаһы исеменән сығыш яһаусы Екатерина һәм Антон Соловьевтар, Елена һәм Валерий Командировтар ҙа үҙҙәрен конкурс еңеүселәре тип лайыҡлы һанай ала. Тулҡынланыу тулы сығыштар, тамашасылар ихласлығы, бүләктәр – былар барыһы иҫтә ҡаласаҡ.
- Быйылғы конкурс ғаиләләрҙең яуаплы ҡарашы, һәр ярышҡа ижади тотоноуы менән айырылып торҙо. Эштән һуң репетицияларға дәртләнеп килделәр, бер-береһенә ярҙамлашып торҙолар. Барыһына ла ҙур рәхмәт! - тип уртаҡлашты Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Нелли Ишембаева.
Ҙур сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән ғаиләләр, ысынлап та, күптәребеҙгә өлгө. Татыулыҡ, мөхәббәт, бала үҫтереү бәхете йоҡһон уларҙан!
Фото: Заһиҙуллиндар ғаиләһе архивынан.
Читайте нас: