Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикабыҙҙа һабантуйҙар эскеһеҙ үткәрелә. Был милли байрамдарыбыҙҙың мәртәбәһен күтәреү билдәһе лә, айыҡлыҡты пропагандалау ҙа.
Быйыл Ишембайҙа һабантуй 15 июндә Торатау буйында уҙғарыла. Төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, ҡатнашмаһаҡ, ситтән көйәрмән булып ҡарап, концерт күреп, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән аралашып, бер ниндәй эскеһеҙ генә байрам итеп ҡайтайыҡ әле.