Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь 2018, 02:00

«Тамаша» үҙ тамашасыһын таба

Яңы Әптек ауылында йырға, моңға, театрға ғашиҡ кешеләр йәшәй.

Яңы Әптек ауылында йырға, моңға, театрға ғашиҡ кешеләр йәшәй. Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Тамаша» халыҡ театры ауылдаштарын яңынан-яңы спектаклдәр менән һөйөндөрөп тора. Был мәртәбәле исемде коллектив 2015 йылда ала, бына 3 йыл инде уның бәҫен, дәрәжәһен һаҡлап, яҡлап килә. Быйыл улар ауылдаштарына Данил Сәлиховтың «Ҡатын түгел, аждаһа!» исемле комедияһын сәхнәләштереп күрһәтте.
Күптән түгел БСТ каналының «Алтын тирмә» телевикторинаһында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе уларға. Тапшырыуға Яңы Әптек мәҙәниәт йорто мөдире Зифа Самиҡова, «Тамаша»ның художество етәксеһе Гәүһәр Латыпова, «Ысыҡҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе, музыка уҡытыусыһы Тәнзилә Хажиева Иглин районынан килгән «Былбылым» халыҡ театры менән көс һынашты. «Тамаша» был юлы ла һынатманы, шул уҡ спектаклдән өҙөк күрһәтеп, оло еңеү менән ҡайтты. Коллективтың алыштырғыһыҙ артисы Рәфҡәт Суфияновтың да был тапшырыуҙа ҡатнашыуы ҡыҙҙарға икеләтә көс өҫтәне, ул унда Бәхти ролен оҫта башҡарҙы. Тапшырыу июнь аҙағында эфирға сығасаҡ.


Коллектив ауылдаштарын Ғаилә йылына бағышлап театрлаштырылған ҙур концерт программаһы менән дә ҡыуандырҙы. Был юлы халыҡ Нәжип Асанбаевтың «Рәйсә һәм Фәйзи» драмаһынан өҙөк ҡарап моңланһа, «Ҡатын түгел, аждаһа!» исемле комедияһында рәхәтләнеп көлдө. Зилә Хәмиҙуллинаның, Рәфҡәт Суфияновтың, Фәриҙә Мостафинаның, Әнүәр Ниғмәтуллиндың, Әхмәт Яҡупов менән Зилә Сәлихованың, Гәүһәр Латыпованың сығыштары халыҡ күңеленә хуш килде. Коллектив дәртләнеп эшләй, тирә-яҡ ауылдарға ла гастролдәр менән сығырға планлаштыра. Латыпова Гәүһәр мәҙәниәт өлкәһендә 27 йыл хеҙмәт итә, 2015 йылдан клубтың художество етәксеһе. Үҙ эшенә үтә лә яуаплы ҡараған был ҡатынды халыҡ та хөрмәт итә. Самиҡова Зифа хәҙер 10 йыл инде ошо клубты етәкләй.


«Бергәләшеп, аңлашып эшләү генә ҙур еңеүҙәргә алып килә. Беҙҙең икебеҙҙе лә халыҡҡа, моңға, мәҙәниәткә булған һөйөү берләштерә. Клуб ишектәре бер ваҡытта ла ябылмаһын, кистәрен унан гармун тауыштары ишетелеп торһон. Ололар ғына түгел, йәштәребеҙ ҙә мәҙәниәтле булһын», - тигән изге теләктә улар.


Фотола: «Алтын тирмә»нән еңеү менән ҡайтты «Тамаша» коллективы.
Читайте нас: