Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Декабрь 2025, 12:00

Ун көнлөктә яҙылып ҡал!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 3 декабрҙән 13-нә тиклем 2026 йылға “Торатау” гәзитенә ташламалы хаҡ менән яҙылырға мөмкин.

Ошо көндәрҙә генә, редакцияла йәки Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә гәзиткә 10 процент ташлама менән яҙыла алаһығыҙ.

Изге йола буйынса бөтә яҙылыусылар араһында матур бүләктәр уйнатыласаҡ. Уйында ҡатнашыу өсөн алты айға йәки бер йылға “Торатау”ға яҙылып квитанцияның күсермәһен ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә (Совет урамы, 88, беренсе ҡат) килтерергә йәки редакцияға ингән урында торған аҡ йәшниккә төшөрөргә кәрәк. Телефонығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ! Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге шәмбе һәм йәкшәмбе - 6, 7 декабрҙә, иртәнге 10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Һеҙҙе Совет урамы, 88 адресы буйынса ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлегендә көтөп ҡалабыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (34794) 4-11-80 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Район яңылыҡтарын үҙенә туплаған, матур кешеләрен данлаған гәзитебеҙгә яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!

Реклама хоҡуғында.

ИИЦ - филиал АО РБ ИД «Республика Башкортостан»

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ! 

Автор: "Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас