Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Ноябрь 2025, 13:00

Илһөйәрҙәр беҙҙең арала

Редакциябыҙҙа ҡунаҡтар ҡабул итеү беҙҙең өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Әле яңы ғына Үрге Этҡол моделле ауыл китапханаһында гәзит уҡыусылар менән матур осрашыу ойоштороп ҡайтһаҡ, уҙған шишәмбе редакцияға “Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!” викторинаһы еңеүселәрен йыйҙыҡ.

Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Илһөйәрҙәр беҙҙең арала

Яҡташтарыбыҙҙы ветерануҡытыусы, викторина һорауҙарын төҙөүсе Әнисә Булат ҡыҙы Сөйәрғолова сәләмләп, “күстәнәс” йомаҡ һорауҙарын биреп бәйге ойошторҙо. Башҡорт әҙәбиәте ынйылары булған Рәми Ғарипов, Әнисә Таһирова шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе ул. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева башҡарған йырҙарҙан ҡунаҡтарҙың да, редакция хеҙмәткәрҙәренең дә күңелдәре елкенде.

Осрашыу барышында гәзиттә баҫылған мәҡәләләр темаһына бәйле әңгәмә ҡоролдо, фекер алышыу ҙа булды.

- Викторина 24 һорауҙан торҙо. Бөтәһе егермегә яҡын яуап алдыҡ. Һорауҙарға тулы, төплө яуаптарҙың булыуы шатлыҡлы күренеш. Әммә мәктәп уҡыусылары, дөйөм класс менән ҡатнашырға теләүселәр булыр, тип өмөт иткәйнек. Тимәк, киләһе йыл уҡытыусылар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк буласаҡ, - тигән фекерен еткерҙе Әнисә Булат ҡыҙы.

Беренсе урын алыусы Светлана Кәримова һәм Әлсинә Камалова, икенсе урын алыусы Илнур Ғөбәйҙуллин, Гөлиә Вәлиева һәм Элиза Ғиниәтуллина, өсөнсө урын алыусы Сәриә менән Айнур Ишмөхәмәтовтар, Илһөйәр Хәмиҙуллина редакция тарафынан маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

Әйткәндәй, уларҙың күптәре менән беҙ күптән таныш: Светлана Ғайса ҡыҙы гәзит биттәрендә сыҡҡан бер генә викторинаны ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашып, алдынғылар рәтендә. Илнур Ғөбәйҙуллин менән Әлсинә Камалова беҙҙең күҙ алдында үҫкән балалар, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ: гәзиттә иғлан иткән конкурс булһынмы, Бәйләнештә сайтындағы төркөмдә ойошторған бәйгеме – беренселәрҙән булып улар ғариза ебәрә.

- Викторинала ҡатнашып, бөгөнгө осрашыуға районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән еңеүселәр менән танышыуға ихлас күңелдән шатмын. Ошондай саралар гәзит уҡыусыларҙың белемен нығытыу өсөн бик кәрәк. Артабан да осрашып торорға яҙһын, - тигән уй-кисерештәре менән уртаҡлашты икенсе урын алыусы Кинйәбулат урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Элиза Сыңғыҙ ҡыҙы.

Еңеүселәр араһында Көҙән ауылынан Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе булыуы һөйөнөслө. Сәриә Минесәлих ҡыҙы Көҙән мәктәбендә уҡытһа, тормош иптәше Айнур Илшат улы – махсус хәрби операция ветераны. Форсаттан файҙаланып редакция ҡунағы менән әңгәмә лә ҡороп өлгөрҙөк. Ҡыйыу яҡташыбыҙ тураһындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ. Викторинала ҡатнашыусылар беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, эшебеҙҙә уңыштар теләп, яҡшы тәьҫораттар алып, ҡәнәғәт булып таралышты. Ә беҙ иһә алдағы йылдарҙа ла абруйлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә конкурс-викториналар ойоштороп торорға вәғәҙәләнек.


Автор фотоһы.

Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Илһөйәрҙәр беҙҙең арала
Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас