Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Ноябрь 2025, 16:44

Яугир әсәһенә – “Торатау” гәзите

“Изге подписка” акцияһы дауам итә. Теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, ишле йәки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә гәзит яҙҙырып, мәрхәмәтлек ҡыла ала.

Яугир әсәһенә – “Торатау” гәзите
Яугир әсәһенә – “Торатау” гәзите

Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов та изгелек ҡылырға ашыҡты һәм гәзит подпискаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы класташының ғаиләһенә бүләк итте.

- “Изге подписка” акцияһына ихлас ҡушылам. Үҙем етәкселек иткән 3-сө мәктәп коллективы ла “Торатау”ҙы дәррәү алдыра. Класташымдың әсәһе Рима Йыһангир ҡыҙы ла район гәзитен уҡыһын тигән теләктәмен. Сөнки унда яуҙа батырлыҡ күрһәткән яугирҙар, уларға гуманитар ярҙам туплаусы яҡташтар тураһында матур, уҡымлы мәҡәләләр баҫыла. Ишембайҙарҙы ошо акцияға ҡушылып, районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт гәзитенә яҙылырға саҡырам, - тип уртаҡлашты Салауат Ғәфүр улы. - Ауылдашым Фәнир Кәримов менән бер класта уҡыныҡ, дуҫ булдыҡ. Ул әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас ғаилә ҡороп Әхмәрҙә төпләнде. Янғын һүндереүсе булып эшләне. Бынамын тигән улы һәм ҡыҙы үҫеп килә. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән Фәнир Ватанды һаҡларға юлланды. Аллаға шөкөр, бәйләнеште өҙмәйбеҙ, ул тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан һайын күрешеп, хәлдәрҙе белешеп торабыҙ. Быйыл йәй класташтар менән осрашыуға ла йыйылдыҡ.


Автор фотоһы.

Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас