Бөтә яңылыҡтар
10
Матбуғат
17 Ғинуар , 14:41

ГӘЗИТЕБЕҘ – ЕҢЕҮСЕЛӘР РӘТЕНДӘ!

13 ғинуарҙа илебеҙ журналистары һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләне. Ә 14 ғинуарҙа, Өфөлә республиканың киң мәғлүмәт саралары конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

ГӘЗИТЕБЕҘ – ЕҢЕҮСЕЛӘР РӘТЕНДӘ!
ГӘЗИТЕБЕҘ – ЕҢЕҮСЕЛӘР РӘТЕНДӘ!

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм 2025 йылға ҡуйылған төп бурыстарҙы иҫкә төшөрҙө.

- Республика Башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр киң мәғлүмәт сараларының төп бурыстарын билдәләне. Махсус операцияны мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү, мәғлүмәт майҙанында эшләү. Байтаҡ журналистарыбыҙ бөгөн алғы һыҙыҡта фронттағы хәлдәр тураһында һөйләй, яугирҙарҙың рухын күтәрә, - тип билдәләне ул.

Артабан журналистарға ижади конкурстарҙа еңеүселәрҙең дипломдары тапшырылды. Иң яҡшылар рәтендә “Торатау” гәзите лә бар. Редакция “Алға” сәнәғәт-производство тибындағы махсус иҡтисади зона эшмәкәрлеген яҡтыртыу” номинацияһында 1-се урын яуланы!

Тотош коллективтың хеҙмәте булған был еңеүебеҙ дауамлы булһын, мәҡәләләребеҙ һеҙҙе ҡыуандырып торһон.

Беҙҙең менән ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт!

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: