Маҡар ауылынан Гөлиә Көмөшбаева 1012 тауыш йыйып, еңеүсе булды! Конкурста ул Мәмдүҙә Илбаҡова көйөнә һүҙҙәрен үҙе ижад иткән "Әсәй икмәге" йыры менән ҡатнашты.
Тауыш биреүҙең тәүге көнөнән үк алдынғылыҡта барырға тырышҡан Сәлимә Ихсанованы ла (684 тауыш) иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ. Сәлимә бәләкәйҙән Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда, китапханала уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, ауылдаштары һөйөүен яулаған булһа, беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа уны яратып өлгөрҙө.
Гөлиә ... ҡыҙы! Сәлимә! Бүләкләү өсөн һеҙҙе редакцияға саҡырабыҙ!