Редакциябыҙға тәүгеләрҙән булып Аҙнай ауылынан Рәмил Усманов, Уразбайҙан Ғәлимдар Абдрахманов, Петровскийҙан Наил Гутов, Хажынан Маһизар Таштимерова һәм Арларҙан Нәзирә Ғәлимова килеп етте. Гәзит уҡыусыларыбыҙ алған бүләктәренә ҡыуанып, "Торатау"ҙы электән яратып уҡыуҙарын әйтеп, хеҙмәткәрҙәргә матур терәктәрен еткерҙе.
- Егерме йылдан ашыу почтальон булып эшләнем. Заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр. Элек ауылдаштар гәзит-журналдарға күпләп яҙылды. Ул сумкаларҙың ауырлығы, хатта санаға һалып һөйрәп йөрөй инек. Хәҙер кеше гәзит уҡыуҙан ситләште. Ә беҙ иһә, оло быуын вәкилдәре, районыбыҙҙа сыҡҡан берҙән-бер башҡорт гәзитен яратып көтөп алабыҙ, һәр битен уҡып сығабыҙ, - тип уртаҡлашты Нәзирә Биҡҡужа ҡыҙы.
Хөрмәтле еңеүселәр! Һеҙҙе ошо көндәрҙә редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Бүләк алырға килгәндә үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килегеҙ.
Гөлнур АРТЫҠАЕВА фотоһы.