Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Июль , 16:54

Эшен яратып башҡара

Аҙнай ауылында йәшәүсе почтальон Фирҙәүес Кинйәбулатова Этҡол ауылының бер өлөшөнә, Аҙнай, Хажыға гәзит-журналдар ташый. 

Эшен яратып башҡара
Эшен яратып башҡара

- Һәр көнөм иртәнге сәғәт биштә башлана: һыйыр һауам, малды көтөүгә ҡыуам, аҙаҡ һөттө эшкәртеп ҡаймаҡ, ҡорот эшләйем, - тип уртаҡлашты Фирҙәүес апай. - "Торатау"ҙа баҫылып сыҡҡан Мөҙәрис Багаевтың булған хәлдәрен яратып уҡый торғайны халыҡ. Шуның кеүек халыҡсан хикәйәләрҙе йышыраҡ ҡуйһағыҙ ине. Бигерәк тә Яңы йыл байрамдары осоронда хикәйәләрҙе күберәк ҡуйырға кәрәк. Беҙгә ауыл кешеләре тураһында яҙған мәҡәләләр яҡыныраҡ, ҡыҙығыраҡ. Хәҙер ауылдарҙа ҡаланан ҡайтып йәшәүселәр күп, уларҙы гәзиткә яҙҙыртыуы ҡыйыныраҡ. Шулай ҙа һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй йылы һүҙҙе табырға тырышам. Ял көнө тип тормайым, йорттар буйлап йөрөп гәзит-журналдарға яҙҙыртам.

Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы һүҙҙәренсә, өлкән йәштәге инәй-бабайҙар гәзиттең һәр һанын ҡапҡа төбөнә үк сығып көтөп ала. Хажы ауылында йәшәүсе Маһизар Таштимерова тап шундайҙарҙан.

Әйтергә кәрәк, Фирҙәүес апайҙың әсәһе лә почтальон була. Ул үҙе өс йыл ғына был вазифала эшләһә лә, яҡташтар уны көтөп ала. 

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, почтальондар! Артабан да шулай бергә булайыҡ, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашып йәшәйек!

 

Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: