Ҡәҙерлебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Килер көндәр шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа үтһен. Ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ҡоҙабыҙ менән парлашып тағы ла оҙаҡ йылдар бергә-бергә йәшәргә яҙһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән Абдрахмановтар ғаиләһе.