Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Май , 13:00

Ялығыҙ матур үтһен

«Торатау» редакцияһының «Бәйләнештә» үткән «Әлдә һин бар әле донъяла» фотконкурсында Маҡарҙан 338 тауыш менән Альфира һәм Риф Сәғиҙуллиндар ғаиләһе еңеүсе булды.

Ялығыҙ матур үтһен
Ялығыҙ матур үтһен

Бөгөн уларға редакцияла «Галактика» күңел асыу үҙәгенә сертификаттар тапшырҙыҡ.

Сәғиҙуллиндар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнеп үҫкән. Әлфина ҡыҙҙары әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында дознаватель булып эшләй. Улдары Айгиз – Петровск һыу каналында слесарь. Ә кеселәре Нәргизә бишенсе класта уҡый.

Альфира ауылда «Ильнара» магазинында эшләһә, Риф – изоляциялаусы, вахтаға йөрөй.

- Беҙ төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнашабыҙ. Балаларға ла оҡшай. «Торатау»ҙан тыш, «Восход», «Ашҡаҙар» гәзиттәрендә ҡатнашҡаныбыҙ бар. Бер нисә тапҡыр еңеүсе булдыҡ, матур бүләктәр оттоҡ. Һеҙгә ошондай саралар ойошторған өсөн ҙур рәхмәт, - тине хушлашҡанда Альфира.

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: