Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Март , 11:07

Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар

Башҡортостан Юлдаш телеканалының тура эфирында 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар
Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар

Уҡыусылар меңдән ашыу яҙылыу квитанцияһы ебәргән. Ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортона ингән ике баҫмаға (республика, район йәки ҡала) йыллыҡ йәки ярты йыллыҡ яҙылыу рәсмиләштерелергә тейеш ине. https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1115/ . Конкурста шулай уҡ гәзиттәрҙең электрон версияларына яҙылыусылар ҡатнашты.

“Яҙылығыҙ һәм еңегеҙ" конкурсы сиктәрендә робот-пылесос, ноутбук, телевизор һәм ҡар йыйыу машинаһы уйнатылды. Шулай уҡ тағы бер уйын барышында туңдырғыс камера бүләк ителде. Еңеүселәр араһында Ишембай районы халҡы ла бар ине. Телевизорҙы Көҙән ауылынан Минзилә Ғатауллина алды, ул «Йәшлек» һәм «Торатау» гәзиттәренә яҙылған. Ә 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу компанияһы сиктәрендә бүләк - туңдырғыс - «Йәшлек» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» баҫмаларына яҙылған Ишәй ауылынан Фирҙәүес Заһиҙуллинаға эләкте.

Бөгөн "Башҡортостан республикаһы" нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғатты таратыу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Клара Әхиәрова, "Башҡортостан республикаһы" мәғлүмәт агентлығы дәүләт унитар предприятиеһының Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры Ольга Киселева, "Торатау" гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Артыҡаева улар йәшәгән ауылдарға барып, тантаналы шарттарҙа ошо бүләктәрҙе тапшырҙы.

-«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто яратҡан уҡыусылары өсөн ғәҙәттәгесә «Яҙылығыҙ һәм еңегеҙ» бәйгеһен үткәрә, унда беҙ ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ. Бөгөн Фирҙәүес Заһиҙуллинаға һәм Минзилә Ғатауллинаға бүләктәр тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына март аҙағына тиклем ваҡытынан алда яҙылыу бара. 8 апрелдән 18-нә тиклем ташламалы яҙылыу декадаһы уҙа. Гәзит-журналдарыбыҙҙы яратыусыларға матбуғатты алдырыуҙары һәм ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт. Беҙҙең өсөн был бик мөһим. Беҙ шулай уҡ бындай акцияларҙы һәм бүләктәр уйнатыуҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине Клара Рәсил ҡыҙы.

Фирҙәүес Миңлеәхмәт ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын мәктәптә биология уҡытыусыһы, класс етәксеһе булған. Балаларҙы яратҡанға, уҡыусылары ла уны хөрмәт итә.

-Ата-әсәйем ауылда хөрмәтле кеше булды. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унан ҡайтҡас агроном, әсәйем комбайнер-тракторист ине. Улар һигеҙ балаға ғүмер биреп, барыбыҙға ла юғары белем бирҙе. Әле атайым да, әсәйем дә һәм өс туғаным баҡыйлыҡҡа күстеләр. Мин дә атайымдың юлын дауам итеп яратҡан гәзит-журналдарымды алдырам. Ул хат ташыусы килгәнен тышҡа сығып көтөп тора торғайны. Барлығы 17 баҫмаға яҙыла инек ул саҡтарҙа. Бәләкәй саҡта “Правда”, “Совет Башкортостана”, “Красная звезда”, “Ленинсы” гәзиттәрен, “Пионер” журналын яратып уҡыһам, әле инде “Йәшлек”, “Торатау", “Башҡортостан ҡыҙы” журналын көтөп алам. Бүләк отоуыма бик ныҡ шатмын, киләсәктә яратҡан гәзиттәремә яҙыласаҡмын әле, - ти Фирҙәүес апай.

Әйткәндәй, Фирҙәүес Миңлеәхмәт ҡыҙы "Йәшлек" гәзите ойошторған акция сиктәрендә махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙамға бер мең һум аҡса тапшырҙы.

Телевизор эйәһе Минзилә Йәғфәр ҡыҙы ла отҡан ҙур бүләге менән ҡәнәғәт. Ул күп йылдар почтальон булып эшләй. Ире менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уңғандар аҙбар тулы мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә.

-- Йылына ун дана журнал һәм гәзиткә яҙылған ваҡыттар булды. "Торатау" гәзитенә яҙылып көршәк һәм үтек кеүек отҡаныбыҙ бар. Ә был юлы квитанцияларҙы һуңғы мәлдә генә ебәрҙек. Ҡыҙыма, әгәр приз яулаһаҡ, һиңә булыр, тинек. Әлеге ваҡытта ул Өфө колледжында һуңғы курста уҡый. Хәҙер телевизорҙы ҡыҙыма тапшырасаҡбыҙ. Беҙ бындай бүләк өсөн бик шатбыҙ, - ти Минзилә Ғатауллина.


Автор фотолары.

 

реклама. ИНН 0278066967.

ERID:  2VtzqwXm4pL

Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар
Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар
Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар
Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар
Гәзиттәргә яҙылып ҡиммәтле приздар оттолар
2VtzqwXm4pL
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: