Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Март , 20:51

Торатау гүзәле кем булыр?

Быйыл “Һылыуҡай - 2024” конкурсында район һәм ҡалабыҙҙан 10 ҡыҙ ҡатнаша. Конкурстың финалы 28 март уҙғарыла. Әлегә ҡыҙҙар төрлө белгестәр менән оҫталыҡ дәрестәрен үтә.

Был матурлыҡ бәйгеһендә беҙ “Торатау гүзәле” номинацияһы еңеүсеһен дә билдәләйәсәкбеҙ. Тауыш биреү төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторола, унда төркөмдөң яҙылыусылары ғына ҡатнаша ала.

Тауыш биреү 25 март 21.00 сәғәттә туҡтатыла.

Еңеүсегә редакцияның дипломы һәм махсус бүләге тапшырыласаҡ.

Иң лайыҡлы тип иҫәпләгән ҡыҙға тауыш биреү өсөн түбәндәге һылтанмаға баҫығыҙ: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll65f321c42f2bbc3f8a124e60

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: