Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Февраль , 09:00

Ватан һаҡсыһына - дан!

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата төркөмдә "Ватан һаҡсыһына - дан!" тип аталған һүрәттәр конкурсын иғлан итәбеҙ.

Ватан һаксыһына - дан!
Ватан һаксыһына - дан!

Бөгөндән алып 21 февралгә тиклем 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәрҙән илһөйәрлек, батырлыҡ темаларына арналған һүрәттәр ҡабул итәбеҙ. Һүрәтте фотоға төшөрөп беҙҙең төркөмгә йәки [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.

22-25 февралдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойошторола.

Иң күп тауыш йыйыусы конкурстың республика этабында (26 февраль-14 март) ҡатнашасаҡ.

Еңеүсегә һәм икенсе, өсөнсө урын алыусыларға редакцияһының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырасаҡбыҙ.

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: