Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Ғинуар , 16:00

Табынығыҙ - йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Һәр хужабикәнең аш-һыу өлкәһендә үҙе генә белгән серҙәре, рецептары була. Яңы йылдың тәүге фотоконкурсын иғлан итеп, уны "Уңған хужабикә" тип атаныҡ.

Табынығыҙ - йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Табынығыҙ - йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Бөгөндән алып 25 ғинуарға тиклем һеҙҙән үҙегеҙ бешергән аҙыҡ тотоп төшкән фото көтөп ҡабул итәбеҙ. Тәмлекәстең рецебын яҙһағыҙ - ишеү шәп!

26-30 ғинуарҙа төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияның иҫтәлекле бүләге көтә.

Яҡташтар! Һәр кемегеҙҙең ябай һәм тәмле рецептарығыҙ барҙыр, беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ!

 

Фото редакция архивынан. 2015 йыл.

#уңған_хужабикә

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: