Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Декабрь 2023, 10:00

Һеҙҙән – иғтибар, беҙҙән – бүләк

Ҙур өмөттәр бағланған Яңы йыл алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙҙы матур бүләктәр һәм шатлыҡлы мәлдәр көтә. Ошо шаршамбы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тура эфирҙа «Торатау» гәзитенә яҙылыусылар араһында ла бүләктәр уйнатылды. Һеҙҙе “бәхетле билет”ҡа эйә булған яҡташтар менән таныштырып үтәбеҙ. Бүләкләнеүселәрҙе бергәләп алҡышлайыҡ, дуҫтар!

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе И.С.Әсәҙуллина өлөшөнә таба сыҡһа, Байғужа ауылынан Фәнилә Камалова үтек отто. Әхмәрҙән Зәйтүнә Хәкимғужина - зауыҡлы һауыт-һаба йыйылмаһына, ошо уҡ ауылдан Фәрит Фәрәретдинов юрғанға эйә булды. Хажы ауылынан Нурзидә Дауытоваға плед тапшырабыҙ. Йәшелсә ҡырғыс - Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Р.Ю. Нурғәлиеваға сыҡты. Түшәк кәрәк-яраҡтары Әхмәр ауылынан Нәзиә Рәхимоваға, үтекләү таҡтаһы Түбәнге Әрметтән Әсғәт Заһриевҡа юллана. Уразбай ауылынан М.Фәхретдинованы йәшелсә ваҡлағыс менән бүләкләйбеҙ. Сәлих ауылында йәшәүсе А.Б. Шаньязовҡа бүләккә сәйнүк тапшырабыҙ.

Әйткәндәй, тәүгеләрҙән булып бүләк алырға редакцияға Байғужа ауылынан Фәнилә Камалова килде.

- «Торатау» гәзитен электән алдырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Бүләкте иһә беренсе тапҡыр оттом, - тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.

Һауыт-һаба йыйылмаһына эйә булған Зәйтүнә Хәкимғужина ла гәзитебеҙҙе яратып уҡый.

- Мин “Торатау” гәзитенә яҙылмайынса ҡалғаным юҡ. Һәр бер рубрикаһын яратып уҡыйым. Баҫма аша таныштарымдың тормошон, хәлдәрен дә күҙәтеп барам. “Йөрәктән сыҡҡан һүҙ” рубрикаһында ла ҡотлау текстары бик оҡшай, - тип ихлас уртаҡлашты Зәйтүнә апай.

Редакцияға килгәндә үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы (паспорт, ИНН, СНИЛС) алырға онотмағыҙ. Бүләктәр 27 декабргә тиклем тапшырыла.

Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлап, иҫәнлек һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

Подробности о розыгрыше, правилах, месте, порядке его проведения и вручении призов узнавайте по тел. 4-11-80. Действует с 27.10.2023 по 29.12.2023 г. ИИЦ - филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан».

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: