

Йәмле йәй ҙә үтеп бара иҫтәлектәр ҡалдырып. Август айында төркөмдә "Бәләкәй ярҙамсылар" фотоконкурсын ойоштороп ебәрергә булдыҡ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, ҡустығыҙ, һеңлегеҙ, туғанығыҙ һеҙгә ярҙам итергә яратһа, уны шул мәлдә фотоға төшөрөгөҙ ҙә беҙгә ебәрегеҙ.
Конкурста ҡатнашыусылар тураһында төркөмдә яҙып сығарып, һуңынан еңеүсене белеү өсөн 25-29 августа беҙҙең сайтта тауыш биреү уҙғарасаҡбыҙ. Еңеүсене редакцияның бүләге көтә!
#бәләкәй_ярҙамсылар