

Тәүге минуттарҙан уҡ ишембайҙар үҙҙәренең ат йәнле, ат һөйгән булыуҙарын күрһәтте. Фотоконкурсҡа районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарынан да тиерлек ҡатнашыусылар дәррәү ҡушылды. Иң тәүге фотоны яҡташыбыҙ Гөлнара Нурғәлинанан ҡабул иттек. Шулай уҡ аҡлы-ҡаралы фото ебәреп, ғаилә тарихы менән таныштырыусылар ҙа булды.
- Атайым Миниәхмәт Шәрәфетдинов бик ат яратты. Һабантуйҙарҙа атта сабышты, үҙен район буйынса йөрөтәләр ине. Хәҙер мәрхүм инде. Аттарҙы ярышҡа әҙерләй торғайны. Хатта Өфөгә 7 ноябрҙә парадҡа алып баралар ине, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Байғужа ауыланан гәзит уҡыусыбыҙ Фәүриә Кәримова.
Резеда Ғәлимованан милли башҡорт кейемендә атта һыбай төшкән матур фото алдыҡ. Резеда - дүрт бала әсәһе. Бөгөнгө көндә тормош иптәше махсус хәрби операцияла ил алдында бурысын үтәй. Күптән түгел уңған яҡташыбыҙ ҡалабыҙҙа «Исламия» магазинын асып ебәрҙе.
- Тәбиғәтте, хайуандарҙы яратам, бигерәк тә аттар күңелемә яҡын. Был фотосессия өсөн үҙемә бер көндә милли башҡорт кейемен тектем. Теләк менән илһам булғанда
барыһы ла килеп сыға ул! Барлыҡ ҡатынҡыҙҙарға ла беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең йәш саҡтарында милли туй күлдәктәренең ни тиклем матур, иҫ киткес һоҡланғыс булыуын күрһәтке килә, - тип уртаҡлашты ул. Ә бына Урман-Бишҡаҙаҡтан Рәфис Мырҙабаевта атҡа һөйөү ҡасандыр Ғүмәр ауылында йәшәгән олатаһы Миңлеғәле Хөсәйеновтан килә икән.
- Ауыл урамы буйлап саң туҙҙырып атта елеп үтеү һәр малайҙың хыялы ине. Ә иң текә малай пәләүәттең ейәне булды. Ат өҫтөндә сыбыртҡыһы менән һелтәнеп, быҙауҙарҙы ауылға ҡыуып индерһә, беҙ, малайҙар, һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарап ҡала торғайныҡ. Хәҙер бит ауылда аттар ҙа һирәгәйеп бара. Атта елгән малайҙарҙы ла осратырмын, тимә... – тип уртаҡлашты Рәфис бер аҙ моңһоуланып. – Арыҫлан һәм Батырхан улдарымдың рухлы булып үҫеүен теләйем. Бер нисә ҡолон һатып алыуым да балаларым хаҡына булды. Ҡыҙыҡһынып, өйрәнеп, ысын ир-егет булып үҫһендәр, тинем. Рәфистең кәләше Розалия ла ат тәрбиәләргә, һыбай йөрөргә ярата икән. Рәфис вахтала булғанда аттарын улдары менән бергә ҡарай.
Фотоконкурсҡа Ишембайҙан Диана менән Булат Мөхәмәтҡоловтар ғаиләһе лә ҡушылды.
- Ғаиләбеҙ менән халҡыбыҙ йолаларын үтәргә тырышабыҙ. Дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙға тыуған еребеҙҙең матурлығын күрһәтеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтергә ынтылабыҙ, - тип уртаҡлашты Диана.
Хажы ауылының Ҡарағайлы тауында милли кейемдә атҡа атланып, уҡтан атып торған Айгиз Ғәлиуллиндың фотолары береһен дә битараф ҡалдырманы. Иң күп “йөрәктәр” һәм комментарийҙар тап ул ебәргән фотолар аҫтында булғандыр. Әйткәндәй, Айгиздың атаһы Ришат Байрамғәле улы ауылда күпләп ат аҫырай. Тарих һаҡлаған йәнә бер аҡлыҡаралы фотоны Кинйәкәй ауылынан Гөлшат Сөйәрғолова ебәрҙе.
- Был фото үҙе бер иҫтәлек. Беҙҙең Каштанка. 1990 йыл. Атайым, Сәрүәр Ишбулат улы Алтынбаев, урмансы булараҡ ошо аты менән ҡайҙа ғына йөрөмәне, уның менән бергә беҙ ҙә урмандар ҡыҙырып, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын күреп, яратып үҫтек. Каштанка шул тиклем матур холоҡло ат булды. Уның туғарылып йорт алдында торған сағы - балалар өсөн ҙур шатлыҡ ине. Фотолағы ике кескәй һыбайлы - Илнур менән Илмир туғаным. Улар хәҙер инде үҙҙәре атай, һөнәрҙәренән уңған ир-егеттәр. Яҡындарға бер иҫтәлек булһын әле, был фото миндә генә бар шикелле. Күңелде йылытып торған ошондай хәтирәләр күп булһын, улдарыбыҙ ат күреп, тәрбиәләй белеп үҫһен ине тип теләйем, - тип яҙҙы Гөлшат ханым.
Конкурсҡа бөтәһе 47 яҡташыбыҙ ҡушылды. 28-31 июлдә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында улар өсөн тауыш биреү ойошторолдо. Ҡайһы бер конкурсанттар аттарының теҙгенен ныҡ тотоп алға сығып китһә, икенселәр уларҙан ҡалышырға теләмәне, финишҡа тиклем алдынғылыҡты бирмәне. Шулай итеп, беренсе урынды 450 тауыш менән Ишембайҙан биш йәшлек Фәил Хәлитов яуланы. 435 тауыш менән Түбәнге Әрметтән Азат Хәмиҙуллин – икенсе, 424 тауыш менән Ишембайҙан Резеда Ғәлимова – өсөнсө, 209 тауыш менән Хажынан Айгиз Ғәлиуллин – дүртенсе, 148 тауыш менән Һайрандан Нурзидә менән Рөстәм Солтановтар бишенсе булды.
Ҡолон ҡосаҡлап фотоға төшкән ҡыйыу Фәил менән танышыуҙы оҙаҡҡа һуҙманыҡ, әсәһе менән редакцияға саҡырҙыҡ. Бүләккә Маҡтау грамотаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин исемендәге паркка 1500 һумлыҡ сертификат һәм һүрәт төшөрөү
өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙыҡ.
- Был фотоны үткән йыл Фәилгә дүрт йәш булғанда Уразбай ауылында йәшәүсе олатаһы урамында төшөрөп алдыҡ. Улыбыҙ шул ҡолонсаҡ кеүек шуҡ, тиктормаҫ малай ул! Һүрәт төшөрөргә лә ярата, - тип уртаҡлашты әсәһе Рәйлә Хәлитова. – Тауыш биреүҙә барлыҡ туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ҡатнашып, беҙҙе дәртләндереп торҙо. Уларҙың һәммәһенә лә рәхмәтлебеҙ!
Әйткәндәй, Фәил артабан “Беҙҙең Башҡортостан” төркөмөнда уҙғарылған конкурстың республика этабында ҡатнаша. Тауыш биреү 1 августан 13 августҡа тиклем бара. Уға уңыштар теләйбеҙ!
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Фотолар конкурста ҡатнашыусыларҙың шәхси архивынан.