Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Май 2023, 15:30

Яңы фотоконкурс!

Тиҙҙән мәктәптәрҙә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы, ә балалар баҡсаларында сығарылыш кисәләре үтәсәк. Балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн был бик тулҡынландырғыс мәл. Һәм һис шикһеҙ улар тырышып тәрбиә, йөрәк йылыһын, төплө белем биргән тәрбиәселәре һәм уҡытыусыларына сикһеҙ рәхмәтле. Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылын күҙ уңында тотоп, төркөмдә “Рәхмәт, остазым!” исемле яңы фотоконкурс иғлан итәбеҙ.

Яңы фотоконкурс!
Яңы фотоконкурс!

Бөгөндән алып 24 майға тиклем һеҙҙән уҡытыусылар, тәрбиәселәр фотоһын һәм улар тураһында яҙма ҡабул итәбеҙ. 25-28 майҙа төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Иң күп тауыш йыйыусы еңеүсе тип иғлан ителә һәм уны редакцияның иҫтәлекле бүләге көтә.

Беҙҙең фотоконкурсты ҡулланып, төркөм аша хөрмәтле кешеләрегеҙгә рәхмәт һүҙен еткерегеҙ!


#рәхмәт_остазым

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: