

Бер-бер артлы яҡташтарҙан яҙҙы сағылдырған матур фотолар ҡабул иттек. Иң беренсе булып үҙ фотоһын Этҡол ауылынан Эльвира Шәйбәкова ебәрһә, аҙаҡ Ҡанаҡайҙан Алһыу Янбаева, 2-сҽ башҡорт гимназия-интҽрнатының 7В класы уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин, Кинйәбулаттан Элиза Ғиниәтуллина һәм Рәмзиә Ҡоҙашева, Васильевканан Марианна Иванова, Көҙәндән Гөлдәр Камалова һәм Зәлиә Минибаева, Ғүмәрҙән Ләйсән Ишматова, Нурзиә Йәғәфәрова, Һарғайҙан Гөлназ Ниғмәтуллина, Һайрандан Зөлфиә Ғәзизова һәм Айгизә Килдейәрова, Ҡарайғандан Зәйтүнә Баимова, Маҡарҙан Гөлиә Көмөшбаева, Салауат ҡалаһынан Клара Әхтәмова (сығышы менән Әптек ауылынан), Ишембайҙан Зилә Кинйәбаева, Аҙнайҙан Азалия Зиннәтуллина һәм Әхмәрҙән Зөлфиә Әминева ҡушылды.
25-29 апрелдә гәзит сайтында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойошторолдо. 111 тауыш йыйыусы Гөлназ Ниғмәтуллина лайыҡлы рәүештә еңеү яуланы. Ҡотлайбыҙ! Гөлназды бүләк тапшырыу өсөн редакцияла көтөп ҡалабыҙ.
104 тауыш менән Ләйсән Ишматова – икенсе, 26 тауыш менән Марианна Иванова өсөнсө булды.
Ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Үҙ фотоларығыҙ менән һеҙ һәр кемгә яҙ сәләмен еткереп, уларҙы ла урман-ҡырҙарға сығырға дәртләндергәнһегеҙҙер, тип уйлайбыҙ.