Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Апрель 2023, 11:00

Ташлама менән яҙылып ҡал!

Хөрмәтле яҡташтар! 10 апрелдән 20 апрелгә тиклем 2023 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрелә.

Ташлама менән яҙылып ҡал!
Ташлама менән яҙылып ҡал!

Ошо осорҙа бөтә баҫмаларға ла ташлама ҡаралған. Был көндәрҙә “Торатау”ға яҙылыу ҙа осһоҙораҡ буласаҡ. Шуға күрә мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға саҡырабыҙ. Декада осоронда “Торатау”ға почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы 912 һум 96 тин. Ташламаға хоҡуғы булғандар өсөн – 857 һум 88 тин.

Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр йылдағыса, гәзитебеҙгә яҙылыусыларҙы матур бүләктәр көтә. “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашыу өсөн, гәзиткә алты айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға (Ишембай ҡалаһы, Совет урамы, 88, 1-се ҡат, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге) ебәрергә кәрәк, шулай уҡ электрон почтаға ла ([email protected]) һалырға мөмкин. 

Район яңылыҡтарын үҙенә туплаған, матур кешеләрен данлаған гәзитебеҙгә яҙылығыҙ!

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: