Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Апрель 2023, 10:00

Бергә булайыҡ!

Рәсәй почтаһы 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын башланы.

Бергә булайыҡ!
Бергә булайыҡ!

1 апрелдән, бөтә илдәге кеүек үк, Ишембай почтамтының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды.

Теләгән һәр кем Рәсәй почтаһының “Матбуғатҡа яҙылыу баҫмалары” каталогы буйынса гәзит һәм журналдарға, унда бөгөн өс меңдән ашыу гәзит-журнал тәҡдим ителгән, шулай уҡ урындағы “Восход”, “Выбор”, “Торатау”, “Салауат” баҫмаларына яҙыла ала.

Бынан тыш, Ишембай почтамты “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһын дауам итә, уның сиктәрендә теләгән һәр кем ошо социаль учреждениеларға үҙе теләгән гәзит
йәки журналдар яҙҙырта ала: Петровский балалар йортона, Салауат балалар йортона, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә. Рәсәй почтаһының даими ташламалары үҙ көсөндә ҡала: Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечня һәм Украина ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына, I һәм II төркөм инвалидтарына элемтә хеҙмәттәре хаҡынан 20% һәм махсус (ҙур шрифт һәм брайль баҫылып сыҡҡан) баҫмаларҙы яҙҙыртып алған һуҡыр һәм насар күргән граждандарға - 100%.

Барыһын да, шулай уҡ предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙағы йәмәғәт таратыусыларын, 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ.

Яҙылыу өсөн ҡулаҡса менән дә, ҡулаҡсаһыҙ ҙа иҫәпләшергә мөмкин. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте ҡала һәм райондың һәр почта бүлексәһендә, матбуғатҡа яҙылыу бүлегендә һәм почтальондарҙа алырға мөмкин. Хөрмәтле дуҫтар, барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

Һайлағыҙ, яҙылығыҙ һәм уҡығыҙ!

Белешмәләр өсөн телефон: 8-347-94- 4-23-91, 8-347-6-33-04-99.

Автор:Инира ТӨХВӘТУЛЛИНА, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы.
Читайте нас: