Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ғинуар 2023, 12:00

Йәшәүем – өмөткә ҡоролған

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө

Йәшәүем – өмөткә ҡоролған
Йәшәүем – өмөткә ҡоролған

Яҡташыбыҙ, БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, әлеге ваҡытта өс тиҫтә йылға яҡын Стәрлетамаҡтың “Ашҡаҙар” ҡала гәзитендә журналист йөгөн тартҡан шағирә, Хәким Ғиләжев премияһы лауреаты Римма ҒӘЛИМОВА менән уның бала сағы, ғаиләһе, ижады, эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Әйткәндәй, ул - 2021 йылдан алып Башҡоротстан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй. Римма Ғаяз ҡыҙы ниндәй хыял-теләктәр менән йәшәй, Ҡуян йылынан ниҙәр көтә - әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

- Данлыҡлы Йәнырыҫ ауылы күп шәхестәрҙе биргән, үҙегеҙҙең бала саҡ, йәшлек хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине.

- Ысынлап та ауылыбыҙ легендар спортсы Нурулла Хисмәтуллин, күренекле шағирә Фәүзиә Рәхимғолова, мин уҡыған Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия иститутын оҙаҡ йылдар етәкләгән Марс Хәмиҙуллин һымаҡ абруйлы шәхестәр менән дан тота. Бала сағым, бар тиҫтерҙәрем һымаҡ уҡ, Ҡыяуыҡ йылғаһы буйында ҡаҙ бәпкәләре көтөп, Егән йылғаһында ҡойоноп үтһә лә, әсәйемдең тыуған ауылы – Ғүмәр ҙә (икенсе төрлө уны Бүжә тип тә йөрөтәләр) - минең өсөн бик тә ҡәҙерле. Сөнки мин йәйге каникулдарҙа өләсәйем менән олатайымдарҙа шулай уҡ Бүжә, Мөҡсим тауҙарына һоҡланып, Егән буйында күрше ҡыҙҙары менән балыҡ тотоп, һыу инеп, кер йыуып, иң ҡәҙерле һәм бик иркә ейәнсәр булып үҫтем. Ул ауылдағы халыҡтың ябайлығы, иғтибарлылығы мине таң ҡалдыра ине. Йәнырыҫта йәшәгәндә ҡупшы кейенеп май байрамдарында клуб эргәһенә атай-әсәй, һеңлем, ҡустым менән шарҙар тотоп барыуыбыҙ, Яңы йылдарҙа атайымдың шыршы эргәһендә Ҡыш Бабай булып кейенеп беҙҙе йырлатып, шиғыр һөйләтеп күстәнәс биреүҙәре, әсәйемдең моңло итеп йырлауҙары – мәңгелек хәтирә булып ҡалды. Үҙебеҙҙән өлкәнерәк күршеләрем – Нәжибә һәм Рауза апайҙарҙың беҙҙе – урамыбыҙҙағы бер төркөм баласағаны урманға “Ҡарға бутҡаһы”на йөрөтөүҙәре иҫтә ҡалған. Ә Ғүмәрҙә йәшәгәндә умарта тотоп, хәлле генә донъя көткән, тирмәнсе булып эшләгән олатайымдарға һәр ваҡыт ситтән килгән ҡунаҡтарҙы – артистар булһынмы, яҙыусылармы фатирға индереүҙәре минең кескәй йөрәгемдә эҙһеҙ үтмәгәндер тип уйлайым. Иң хәтерҙә ҡалғаны – геолог Галя апай булды, ул урындағы ер ҡаҙылмаларын тикшерергә килгәйне, һәр ваҡыт “был ерҙәрҙә киләсәктә шифахана буласаҡ”, тиер ине. Әлеге ваҡытта Ғүмәргә сәфәр ҡылыусылар бермәбер артыуын ишетеп, хыялдарҙың йылдар үтеү менән бойомға ашыуына хайран ҡалам.

- Ижадығыҙ ҡайҙан башланғыс ала?

- Бер ваҡыт 3-сө класта уҡығанда тәүге уҡытыусым Рәшиҙә апай Камалова Яңы йыл алдынан бер нисә балаға шиғыр өләшеп сыҡты, миңә етмәй ҡалды. Үсегеп ҡайтып, атайыма һөйләгәнмендер инде, күрәһең. Ул миңә: “Аптырама, ҡыҙым, үҙең яҙ!” - тине. Һәм рифма, ритм серҙәрен аңлатты. Шулай итеп мин “Яңы йыл” тигән шиғыр яҙып, иртәгәһен Ҡыш бабайға һөйләп күрһәттем. Ул миңә: “Үҫкәс, шағирә булырһың, мә һиңә ҡәләм”, – тип ҡулыма тотторҙо. Әлбиттә, шул көндә үк шиғыр яҙа башланым, тип әйтеп булмай. Иң яратҡан дәрестәрем – татар теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле дәрестәре булды. Ул саҡта Йәнырыҫта туған телде – Татарстан программаһы буйынса уҡыталар ине, минең тиҫтерҙәрҙең күбеһе үҙҙәрен татар, мишәр, типтәр тип йөрөттө. Ә мин инде – Ғүмәр башҡорто инем. Күптәргә үҫмер саҡта хас булғанса, иншаларҙы шиғыр юлдары менән тамамлау ғәҙәткә инеп китте. Шулай ҙа һәләтемде таныған туған тел уҡытыусыларымдың береһе – Фәрзәнә апаймы, Сажидә апаймы (хәтерҙән сыҡҡан инде) шиғырҙарыңды “Восход” гәзитенә ебәреп ҡара, тип кәңәш итте. Шулай районда дубляж булып сыҡҡан “Восход” гәзитенең башҡорт телендәге баҫмаһында мәктәпте тамамлар алдынан байтаҡ шиғырҙарым баҫылып өлгөрҙө. Аҙаҡ “Пионер”, “Ялкын” журналдарында ла танылдым. Шул арҡала Татарстан, Сыуашстандан хат алышыусы дуҫтарым күбәйҙе. Стәрлетамаҡҡа уҡырға килгәс, Стәрлетамаҡ районының “Коммунизм байрағы” гәзитен (хәҙер ул “Ауыл тормошо” тип атала) эҙләп таптым. Унда инде шиғырҙарым татар телендә баҫылды. Һуңыраҡ Стәрлетамаҡта Яҙыусылар ойошмаһы асылғас, шунда барып Ғүмәр ауылынан сыҡҡан шағир Рауил ағай Ниғмәтуллин (ойошма етәксеһе) менән танышып, Стәрлетамаҡта үткән шиғриәт кисәләрендә “йәш шағирә” булып танылдым.

Ә инде ойошмаға әҙәби консультант булып шағир, публицист Вил Ғүмәров килгәс, улар беҙҙең райондың Маҡар ауылынан сыҡҡан шағирә Эльмира Сәсәнбаева менән икәүләп йәштәрҙе күтәреүгә ҙур көс һалды. Шулай бер-бер артлы “Ленинсы” гәзитендә мин, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Ғәлиә Кәлимуллина, Сулпан Миңлебаева тигән йәш шағирәләрҙең шиғри шәлкемдәре күренде. Шулай уҡ Салауат Әбүзәров, Әҡсән Хәлилов, Иҙел Хәлимов һәм Ғилман Ишкининдар йәш шағирҙар булып танылыу яуланы.

- Ижад һәм гәзит – был ике эш бер-береһенә ҡамасауламаймы?

- Бер ваҡыт яҡташым, бик күп премиялар лауреаты Тамара Искәндәриә радионан биргән интервьюһында: “Журналистика ижадты йота” тигәнерәк фекер әйткәйне. Бының менән килешергә лә булалыр. Сөнки журналист эше – тынғыһыҙ, көндә яңы ваҡиғалар булып тора, мәғлүмәтте ҡабул итеп һәм эшкәртеп өлгөрөргә кәрәк. Ә ижадҡа килгәндә, бында һин – ирекле ҡош һымаҡ. Ғәҙел һәм намыҫлы булып ҡалырға тырышам. Сөнки әсәй менән атай тәрбиәһе иң алдан бара. Тик шуныһын да әйтеп үтәйем инде, атай минең Ғүмәр ауылында уҡытыусы булып эшләгәндә үҙе лә шиғырҙар ижад иткән. Ул ауылдан сыҡҡан шағирҙар Рауил Ниғмәтуллин, Вафа Әхмәҙиевтар менән бергә концерттарҙа ҡатнашҡан. Ә әсәйемә килгәндә, ул да ижадсы булған, мин бер ваҡыт “Ленинсы” гәзитенән уның адресына яҙылған шундай йөкмәткеле открытка табып алдым. Унда гәзиткә ебәргән табышмаҡтары (йомаҡтары) өсөн әсәйгә рәхмәт белдергәндәр ине. Үкенескә ҡаршы, әсәйем менән атайым бынан өс йыл элек бер-бер артлы, дүрт кенә ай айырма менән яҡты донъяларҙан китеп барҙылар, уларҙы тейешенсә ҡәҙерләп өлгөрмәнем тигән үкенесем ҡалды. Улар – тормошомда төп таянысым булды, рухтары шатланһын инде. Тормош ниндәй генә һынауҙар килтереп ҡуйһа ла, үҙемде бәхетле ҡатындар иҫәбенә индерәм, сөнки ғүмеремдең дауамдары – улым һәм ҡыҙым бар. Әсә кешегә ошонан да ҙур бәхет юҡтыр, тимен.

- Һеҙҙе Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булараҡ та беләбеҙ – ошо эшмәкәрлек тураһында әйтеп китһәгеҙ ине.

- Бер ваҡыт ҡулыма осраҡлы ғына Стәрлетамаҡ ҡалаһы тураһында яҙылған фотоальбом килеп эләкте. Китап менән танышып сыҡҡас, ултырып иларҙай булдым. Сөнки унда Стәрлетамаҡтағы бөтә ойошмалар хаҡында яҙылған. Ә 30 йыллыҡ тарихы булған Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы тураһында исмаһам бер һөйләм булһасы?! Был хаҡта Яҙыусылар форумы ваҡытында замандаштарҙан күпкә алда барыусы бер абруйлы ғына яҙыусыға рәнйеп һөйләнем. Бер аҙҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев союз идараһы приказы менән мине Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп тәғәйенләне. Эшемде яҡташыбыҙ, танылған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың 60 йәшлек юбилейын республика кимәлендә үткәреүҙән башланым, үткән йыл ул - әүҙем ижады өсөн ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһына лайыҡ булды. Ә инде йыл башында республика баҫмаларында хикәйәләре менән танылған Ғафури ҡыҙы Гөлназ Ғәбитованың ҡульяҙмаһын, Күмертауҙан йәш шағирә Гөлназ Искәндәрованың шиғырҙарын һәм яҡташыбыҙ “Стерлитамакский рабочий» гәзите журналисы, үҙнәшер менән тиҫтәнән ашыу китап сығарған Фаяз Йомағужиндың балалар өсөн яҙған китабын тикшереп “Китап” нәшриәтенә тәҡдим иттек. Секция ултырыштарында төп ярҙамсыларым ҡалабыҙға Белореттан күсеп килгән танылған шағирә Зөһрә Үтәғолова, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Вилә Баймырҙина, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илешева, яҡташым филология фәндәре кандидаты, шағирә Рита Фәтҡуллина, шулай уҡ юғарыла әйтеп үткән шағирә, Иҫәкәй ауылы ҡыҙы (һуңғы ваҡытта ул прозала ла уңышлы эшләй) Рәшиҙә Шәмсетдинова, шағирҙар Әҡсән Хәлилов, Рәсим Рәхмәтуллин, Вәрис Аҡбашевтар булды. Хатта беҙҙә көслө тәнҡитселәр мәктәбе эшләй тип тә әйтергә булалыр. Шулай уҡ Өфөнән шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Йомабикә Ильясоваларҙың, Стәрлетамаҡтан шағирәләр Земфира Муллағәлиева, Эльмира Сәсәнбаеваларҙың ижад кисәләрен, шағир Салауат Рәхмәтулла менән яҙыусы Кәбир Аҡбашевтың хәтер кисәләрен ҡалабыҙҙың Абделҡадир Инан исемендәге китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрҙек.

- Хәҙерге әҙәбиәткә ҡарашығыҙ.

- Уҙған йылдың 16 декабрендә үткән съезда булған ваҡиғалар һәммәбеҙҙе уйланырға мәжбүр итте. Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Айгиз Баймөхәмәтов, Алмас Шаммас, Лариса Абдуллина, Гөлнара Хәлфетдинова, Айгөл Айытҡолова, Луиза Кирәева, Рита Фәтҡуллина, Гөлназ Искәндәрова һымаҡ талантлы йәштәребеҙ булғанға шөкөр итергә кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта прозаиктар Әмир Әминев, Камил Йыһаншин, Ринат Камал, Флүр Ғәлимовтар – Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары булып киткән, ә шағирә Гүзәл Ситдыҡоваға – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе исеме бирелгән икән – замандаштарыбыҙҙың уңыштарына шатланырға ғына кәрәк, минеңсә. Ә инде Ҡуян йылынан нимә көтөүем менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, һуңғы яҙған шиғырҙарымдың береһендә әйткәнемсә, «йыл – минеке… Йәшәүем – өмөткә ҡоролған, шатлыҡтарым алда әле минең!».

 

Фотолар Римма Ғәлимова архивынан

Йәшәүем – өмөткә ҡоролған
Йәшәүем – өмөткә ҡоролған
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: