Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Ғинуар 2023, 15:00

Беҙҙә яңы фотоконкурс!

Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә күптәр ҡул эштәре менән була. Ҡорама ҡороу, тегеү, сигеү, бәйләү, ағастан төрлө һындар эшләү һәм башҡа шөғөлдәр менән мәшғүлдәр.

Беҙҙә яңы фотоконкурс!
Беҙҙә яңы фотоконкурс!

Яңы йылдың тәүге фотоконкурсын "Ҡул эштәре оҫтаһы" тип атаныҡ. Һеҙҙән 25 ғинуарға тиклем үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән әйберҙәрҙең фотоларын көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән таныштырырға ла онотмағыҙ!

26-28 ғинуарҙа төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә.

 

Фото Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йорто архивынан

#ҡул_эштәре_оҫтаһы

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: