Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Декабрь 2022, 11:00

Шыршыбыҙ тора йырлап

Яңы йыл алдынан гәзиттең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөндә уҙғарған фотоконкурс ошолай аталғайны. Яҡташтар уны дәррәү күтәреп алды.

Шыршыбыҙ тора йырлап
Шыршыбыҙ тора йырлап

Конкурсҡа фотоһын иң беренсе булып Маҡар ауылы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университеты студенты Элина Ғүмәрова ебәрҙе.

- Яңы йыл - ул ғаилә байрамы, шуға ла уны мин атай-әсәйем эргәһендә үткәрәм. Быйыл беҙ яңы йорт һалып индек. Мине апай итеп, атайым менән әсәйем балалар йортонан дүрт йәшлек Тимурҙы ғаиләбеҙгә алды. Тимәк, байрамды дүртебеҙ ҡаршылаясаҡбыҙ! - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты ул. 

Элинаның ҡул арты еңел булды – районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, ҡаланан конкурсҡа тип бер-бер артлы фотолар килә башланы. Хатта Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Йәрмәкәй районынан ҡыҙыҡһыныу белдереүселәр булды. Төрлө коллективтар ҙа ихлас ҡушылды: Һайран ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ишембайҙағы оло йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндереү бүлексәһе коллективы, Көҙән мәктәбе уҡыусылары ишембайҙарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен юлланы. Яҡташыбыҙ Илүзә Мөхәмәҙиева хатта ҡыш тураһында үҙе ижад иткән шиғырын яҙып ебәрҙе.

Шулай итеп, 26-28 декабрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү һөҙөмтәһендә 334 тауыш менән Элина Ғүмәрова еңеүсе булды. Уға бүләк – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин исемендәге паркка 1000 һумлыҡ сертификат!

268 тауыш менән Хажы ауылынан Иҙел Вәлиев – икенсе, 218 тауыш менән Ишембайҙан Йәсминә Исмәғилова өсөнсө булды. Тауыш биреүҙә бөтәһе өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

2023 йылда ла төркөмдә төрлө уйын-конкурстар үткәреп торасаҡбыҙ. Күҙәтеп барығыҙ, ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!

 

Автор фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: