Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Декабрь 2022, 12:00

Һеҙҙән – иғтибар, беҙҙән – бүләк!

Ҙур өмөттәр бағлап килгән Яңы йыл алдынан һәр беребеҙ матур бүләктәр һәм шатлыҡлы мәлдәр көтә.

Һеҙҙән – иғтибар, беҙҙән – бүләк!
Һеҙҙән – иғтибар, беҙҙән – бүләк!

Ошо көндәрҙә 2023 йылдың ярты йыллығына «Торатау» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнатылды. Һеҙҙе «бәхетле билет»ҡа эйә булған яҡташтар менән таныштырып үтәбеҙ. Бүләкләнеүселәрҙе бергәләп алҡышлайыҡ, дуҫтар!

Шулай итеп, Уразбай ауылында (Комсомол урамы, 23) йәшәүсе Рәшиҙә Ғүмәрова зауыҡ менән биҙәлгән матур сәйнүк отто. Көҙән ауылынан (Еңеү урамы, 12) Х. Г. Хәйретдиновҡа таба бүләк итәбеҙ. Смаҡай биҫтәһенән (1-се Телеграф урамы, 7) М.Г. Хисмәтуллинаға бүләккә – духовкала бешереү өсөн һауыт. Аҙнайҙан (И.Ғиниәтуллин урамы, 15) Минеғәли Кинйәбулатов бысаҡтар йыйылмаһына эйә булды. Ишембай ҡалаһынан Р.Г. Нагаеваға (Пролетар урамы, 27) таҡталар йыйылмаһын тапшырабыҙ. Һайран ауылынан (Нәҙершин урамы, 8) Рәүеф Йәнтүринды таҫтамалдар менән ҡыуандырабыҙ. Плед-халатты Ғүмәр ауылынан (Үҙәк урам, 50) Илнур Хөсәйенов отто. Үрге Әрметтән (Совет урамы, 93) Миңһылыу Кәримованы үлсәү менән бүләкләйбеҙ.

Иғтибар, «Торатау» гәзите редакцияһына бүләк алырға килгәндә үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килегеҙ. Бүләктәр 26-27 декабрҙә тапшырыласаҡ. 

Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлап, иҫәнлек һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: