+1 °С
Болотло
Хөрмәтле яҡташтар! Төркөмдә "Шыршыбыҙ тора йырлап" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала! Бөгөндән алып 25 декабргә тиклем һеҙҙән шыршы биҙәгән мәлдән йәки уның эргәһендә тороп төшкән фотолар көтөп ҡалабыҙ.
26-28 декабрҙә төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә.
Дуҫтар, шыршы биҙәгәндә матур уйҙар ғына уйлағыҙ, изге теләктәр генә теләгеҙ - ҡабул була. Байрам кәйефен үҙебеҙ булдырайыҡ!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина