Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Ноябрь 2022, 13:00

Рухи күперҙәрҙе нығытып

Ҡайһы ғына район баҫмаһын алма, ул шул ерлектең йөҙөн сағылдырыусы «көҙгө» булырға тейеш. Бындай халәткә бары гәзит һәм уның уҡыусыһы араһында тығыҙ аралашыу булғанда ғына өлгәшелә.

Рухи күперҙәрҙе нығытып
Рухи күперҙәрҙе нығытып

Ошо көндәрҙә «Торатау»ға яҙылыу эстафетаһын ҡаланың 12-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһынан ҡабул иткән Биксән ауылы мәктәбе беҙҙе ҡунаҡҡа көтөп ҡалғайны. Аҙна башланыу менән шул яҡҡа юл тоттоҡ – биксәндәр менән осрашыу күңелле үтте.

- Заман ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, бөгөн «Торатау» ижтимағи-сәйәси гәзите үҙ позицияһын ныҡлы тота. Шуныһы ҡыуаныслы, баҫма биттәрендә районыбыҙ тормошо энәһенән ебенә тиклем яҡтыртыла. Бигерәк тә мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад һәм хәүефһеҙлек өлкәһенә ҡағылышлы рубрикаларҙан үҙебеҙгә файҙалы мәғлүмәт алабыҙ, - тип ҡаршыланы беҙҙе Биксән ауылы мәктәбе директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Флүрә Асҡарова. – Мәктәп тарихын бәйән иткән, уҡытыусылар тормошон һәм хеҙмәтен һүрәтләгән мәҡәләләребеҙҙе үҙебеҙ ҙә район баҫмаһында күрергә теләйбеҙ. Балалар менән дә әҙерләрбеҙ. Биксән ауылы мәктәбе коллективында 23 хеҙмәткәр. Көҙгө каникулдар башланһа ла, беҙ барған саҡта унда эштәр гөрләй ине. Уҡыусылар менән яҡындан аралаша алмау ғына бер аҙ күңелде ҡырҙы, әммә уларҙың иншаларын, шиғырҙарын һәм хикәйәләрен көтөп ҡалабыҙ.

Биксәндәр эстафетаны Этҡол ауылы мәктәбенә тапшырып, беҙгә ҙур уңыштар теләп ҡалды.

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: