- Беҙҙең почта бүлексәһе Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдарын хеҙмәтләндерә. Почтальондарыбыҙ тырышып эшләй, халыҡ менән ихлас аралашып, үҙ эштәрен еренә еткереп башҡара. Беҙҙең эште үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, гәзит-журналдарға яҙҙырып, уларҙы таратыуҙан тыш төрлө түләүҙәр ҡабул итәбеҙ, аҙыҡ-түлек һәм башҡа көнкүреш тауарҙарын һатабыҙ. Эшебеҙ еңелдән булмаһа ла, алдыбыҙға ҡуйылған планды үтәргә тырышабыҙ. Әхмәр, Ҡанаҡай ауылдары халҡына рәхмәтлебеҙ. Октябрь башында уҙғарылған декада - гәзиткә яҙылыу ун көнлөгөндә күптәр ҡулай хаҡҡа районыбыҙ гәзите “Торатау”ға һәм республика баҫмаларына яҙылып ҡалды. Өлкән йәштәгеләр араһында 7-8 төрлө ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар бар. Почтальондар шишәмбе, кесе йома, шәмбе көндәре ауылдарҙы урап сыға, - тип уртаҡлашты Альмира Әмир ҡыҙы. Әхмәрҙән Гөлфиә Хужәхмәтова ауылда беренселәрҙән булып “Торатау”, “Йәшлек” гәзиттәренә 2023 йылға яҙылған.
- Гәзитте иң тәүҙә артҡы биттән башлап уҡыйым: кемдең тыуған көнө, кем нимә һата... Бәйләнештә интернет селтәрендәге “Торатау” редакцияһы төркөмөн дә ҡыҙыҡһынып ҡарап барам. Барлыҡ яңылыҡтарҙы шунда уҡыйым, - тип йылмая Гөлфиә.
Был көндө Ҡанаҡайҙан 75 йәшлек Шәһит Дәүләтов та почта бүлексәһенә түләүҙәрен түләргә килгән ине. Ғүмере буйы колхозда эшләгән Шәһит ағай ҡатыны Кинйәбикә менән “Торатау”, “Йәшлек” гәзиттәрен, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдыра икән.
- Мин гәзиттән хикәйәләр, булған хәлдәрҙе ҡалдырмай уҡыйым. Китапхананан да китаптар алып торам. Республика яңылыҡтарына ла хәбәрҙар булырға тырышам. Заманында өй гәзитжурналдар менән тулы була торғайны, хатта Ҡазан баҫмаларын да алдырып уҡый инем, - ти Шәһит ағай.
Әхмәр почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар ғына юлдаш булыуын, халыҡ менән артабан да шулай тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен теләйбеҙ.
Автор фотолары.