

Ошоно күҙ уңында тотоп, төркөмдәштәребеҙ араһында "Автоледи" фотоконкурсын иғлан итәбеҙ! Конкурста ҡатнашыу өсөн машина йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырабыҙ. Бөгөндән алып 29 октябргә тиклем һеҙҙән тимер дуҫығыҙ янында төшкән фотолар көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән таныштырып китергә лә онотмағыҙ.
30 октябрь - 1 ноябрь төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүсене редакцияның махсус бүләге көтә. Гәзиттә уның турала мәҡәлә лә баҫылып сығасаҡ.
#автоледи
Фото редакция архивынан