Матбуғат
14 Октября 2022, 09:00

Берҙәм һәм әүҙем булайыҡ!

1 сентябрҙән 2023 йылдың беренсе яртыһына Рәсәй, республика һәм район баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды.

Берҙәм һәм әүҙем булайыҡ!Берҙәм һәм әүҙем булайыҡ!
Берҙәм һәм әүҙем булайыҡ!

Ошо сара сиктәрендә бөгөндән төрлө учреждениелар һәм ойошмалар араһында яҡташтарыбыҙҙың тормош юлын  һәм хеҙмәт данын һүрәтләгән, уларға ҡәләм һынар һәм
фекер алышыр өсөн майҙан булған “Торатау” гәзитенә яҙылыу эстафетаһы башланды.

Был кампания ҡалабыҙҙың һәр мәҙәни һәм фәнни сараһында әүҙем ҡатнашыусы 3-сө мәктәптең еңел ҡулы менән старт алды. Әйткәндәй, эстафетала баҫмабыҙ киләсәгенә битараф булмаған етәкселәр, эшҡыуарҙар һәм башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа шәхсән ҡатнаша ала.

- Беҙ үҙебеҙ гәзит-журнал тулы йорттарҙа тәрбиәләнеп үҫтек. Атайым менән әсәйем был йоланы әле булһа һаҡлап килә. Ошондай мәҙәниәтле ғаиләләрҙе күреү – үҙе бер ҡыуаныс, - тип ихлас уртаҡлашты 3-сө мәктәп директоры Салауат Ғәфүр улы Солтанморатов. – Бөгөн беҙ белем усағы вәкилдәре булараҡ тарих, мәҙәниәт һәм ижад сығанағы булған баҫма менән бер аяҡтан атларға бурыслыбыҙ. “Торатау” гәзите – ул районда туған телебеҙҙе һаҡлаусы һәм уны артабан үҫтереүсе сараларҙың береһе. Ошондай ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләйек, дуҫтар! Ә мин эстафетаны артабан үҙем тамамлаған Әхмәр ауылы мәктәбенә тапшырам! Әйтергә кәрәк, ҡаланың 3-сө мәктәбендә
рус һәм башҡа милләттәрҙән булған уҡыусыларҙың иғтибарын халҡыбыҙҙың менталитетын тойоуға йүнәлтеү өсөн күп эштәр башҡарыла һәм саралар үтә. Күп осраҡта улар ошо белем биреү учреждениеһының китапханасыһы Әсмә Фахриева башланғысы менән ойошторола.

- Беҙ элек-электән “Торатау” гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Баҫма хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәм уҡытыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштарын даими яҡтыртып бара, - тине Әсмә Фәрүәз ҡыҙы. – Шәхсән үҙемә килгәндә, минең өсөн гәзит – мәғлүмәт һәм аралашыу сығанағы. Беҙ  бөтәбеҙ ҙә ауылдан сыҡҡанбыҙ, күптәребеҙ ситтә йәшәй. Баҫма биттәренән уларҙың тормошон – юбилейҙарын, олатай-өләсәй булыуҙарын, балаларының туйҙар үткәреүен һәм башҡа уңыштарын күҙәтеп барыу ҡыҙыҡ та, күңелле лә!

Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, һәр эштә берҙәм һәм әүҙем булайыҡ!

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас