Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Октябрь 2022, 10:00

Ташлама менән яҙылып ҡалығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе яртыһына һәм тулайым 2023 йылға Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана.

Ташлама менән яҙылып ҡалығыҙ!
Ташлама менән яҙылып ҡалығыҙ!

3 октябрҙән 13 октябргә тиклем халыҡ республика, ҡала һәм район баҫмаларына, шул уҡ иҫәптән “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә арзанға яҙыла аласаҡ.

Яратҡан баҫмаларға традицион рәүештә почта бүлеге аша, шулай уҡ онлайн да яҙылырға мөмкин. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто өйҙән сыҡмайынса бер нисә минут эсендә генә гәзит- журналдарға яҙылырға тәҡдим итә.

Онлайн яҙылыу сервисынан rbsmi.ru сайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ «яҙылыу» бүлегенә инергә, гәзит йәки журналдың баҫма йәиһә электрон төрөн һайлап, яҙылырға кәрәк.

Бынан тыш, гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттороуҙа ҡатнаша ала. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто “Яҙыл һәм бүләк от” дөйөм республика конкурсын үткәрә. Ҡатнашыу өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендәге район йәки республика баҫмаһына йәки ике гәзиткә яҙылырға кәрәк. Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бүләктәр
2023 йылдың ғинуар аҙағында Юлдаш телеканалының тура эфирында уйнатыласаҡ. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны ирекле формала яҙып 15 ғинуарға тиклем, 450079, Өфө
ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 йорт, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресы буйынса, йәиһә [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Быға өҫтәмә рәүештә республика, район, ҡала гәзиттәре һәм журналдары редакциялары үҙ конкурстарын үткәреп, бүләктәр уйната. Был хаҡта баҫма биттәрендә йәки интернет селтәрендәге биттәрҙә белергә мөмкин. Отошта ҡатнашыу өсөн 2023 йылға баҫмаларға 6 айҙан да кәмерәк булмаған осорға яҙылыу зарур.

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: