Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Сентябрь 2022, 13:00

“Каратист булам!” – ти Аяз

Яңы уҡыу йылы башланыуы уңайынан гәзиттең “Бәйләнештә” социаль селтәре төркөмөндә “Беренсе класс уҡыусыһы – 2022” фотоконкурсын уҙғарҙыҡ. Ҡала һәм райондың төрлө мәктәптәренә уҡырға барыусы 12 бала Белем көнөндә төшкән фотоларын ебәреп, шатлыҡтары менән уртаҡлашты.

“Каратист булам!” – ти Аяз
“Каратист булам!” – ти Аяз

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә 546 тауыш менән Ишембайҙан Аяз Ҡотломөхәмәтов еңеүсе булды. Аязды ғаиләһе менән күптән түгел Торатау эргәһендә, Шихан ауылында асылған “Жар-птица” экофермаһын бушлай барып күреү өсөн саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләнек. Яҡташыбыҙ шулай уҡ фотоконкурстың республика этабында – “Бәйләнештә” селтәрендәге “Беҙҙең Башҡортостан” төркөмөндә ойошторолған тауыш биреүҙә ҡатнаша.

Ете йәшлек Аяз ҡаланың 2-се мәктәбенә (икенсе корпус) 1А класына уҡырға барҙы. Класс етәксеһе – Наталия Евгеньевна. Яңы ғына ремонтланған мәктәп Аязға яҡшы таныш - буласаҡ мәктәбе урамына ул бәләкәйҙән уйнарға йөрөгән. Мәктәптә уға бигерәк тә математика дәресе оҡшай, һанарға, иҫәпләргә оҫталығы бар.

- Аяз улыбыҙ шуҡ, дәртле малай, уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең: көндә ул үҙе өсөн асыштар яһарға, яңы шөғөл өйрәнергә генә тора. Бәләкәйҙән “Батыр” физкультураһауыҡтырыу комплексындағы Каратэ киокусинкай секцияһына тренировкаға йөрөтәбеҙ. Был спорт төрөнә тренер Дамир Сабитов өйрәтә. Каратэ менән шөғөлләнәп, киләсәктә көслө спортсы булырға, яҡлауға мохтаждарға ярҙам итергә, үҙен һәм яҡындарын һәр саҡ яҡлай алырға теләй ул, - тип уртаҡлаша Аяздың әсәһе Ләйсән.

Ләйсән менән Ринат Ҡотломөхәмәтовтар ғаиләһендә шулай уҡ ике айлыҡ Аэлита ла үҫеп килә. Аяз иһә ғаиләлә төп ярҙамсы, яуаплы ағай.

Конкурста ҡатнашҡан ҡыҙҙармалайҙарға аҡ юл, уҡыуҙарында уңыштар, сағыу ваҡиғаларға бай мәктәп йылдары теләйбеҙ!


Фото Ҡотломөхәмәтовтарҙың ғаилә архивынан.

“Каратист булам!” – ти Аяз
“Каратист булам!” – ти Аяз
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: