

Ғәҙәттәгесә, журналистар өсөн саҡырылған мәртәбәле эксперттар ҡатнашлығында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре йәнле үтте, төрлө милли уйындарҙан майҙан гөрләп
торҙо.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев фестивалде асып, “Журфест”ҡа Башҡортостан Республикаһының бөтә
киң мәғлүмәт саралары саҡырылған, тип билдәләне:
- Быйылғы йыл республиканың медиаберләшмәһе ваҡиғаларға бай - июндә беҙ Башҡортостандың “Медиайыйын” киң мәғлүмәт саралары форумын үткәрҙек, 23 июлдә “Медиагеройҙар уҙғарыу”ҙы ойошторҙоҡ, унда күптәрегеҙ әүҙем ҡатнашты һәм барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Ә бөгөн фестивалдә федераль, республика, район, ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша.
Артабан республиканың ҡәләм оҫталары Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе ҡулынан медиа тармағының почетлы наградаларын алды. Роман Серебряный - Рәсәй Журналистар союзы грамоталарын, Вәдүт Исхаҡов Башҡортостан Журналистар союзы наградаларын тапшырҙы. “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Артыҡаева Луганск Халыҡ Республикаһына барғанда ҡыйыулығы һәм тәүәккәл эш итеүе, юғары илһөйәрлеге һәм ҡәләм үткерлеге өсөн Башҡортостан Журналистар союзының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Йола буйынса, фестивалдә милли ихаталар күргәҙмәһе лә ойошторолдо, унда коллективтар һәм редакциялар республикала йәшәүсе төрлө милләттәрҙең мәҙәниәте менән таныштырҙы. Был сарала “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәре журналистары ла әүҙем ҡатнашты. Башҡорт милли ризыҡтарын әҙерләп, сағыу кейемдәрҙә ҡунаҡтарға йырлап-бейеп тә күрһәтте.
Фестиваль сиктәрендә “Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары - Донбасс балалары” махсус проектының презентацияһы булды. Уны “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы һәм Башҡортостандың Журналистар союзы менән берлектә “Аҡбуҙат” балалар журналы коллективы әҙерләгән.
Әйтергә кәрәк, был проектты Башҡортостан Журналистар союзы сираттан тыш Президент гранттары конкурсына ебәрҙе. Журналистар фестивалендә ҡатнашыусылар идея авторҙарына һәм проектты башҡарыусыларға уңыштар, артабанғы үҫеш теләне. Тиҙҙән “Аҡбуҙат” журналының махсус һаны, ҡунаҡтарҙың бүләктәре һәм теләктәре Донецк Халыҡ Республикаһы балаларына ла етәсәк. Билдәле журналистар, федераль спикерҙар “ЖУРФЕСТМЕДИАПАТРИОТ-2022” фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. РЕН ТВ каналында “Донъя армияһы” тапшырыуҙар циклы авторы Вячеслав Николаевич Гузь ҡыҙыу нөктәләрҙәге эш тураһында һөйләне.
Фестивалдә матбуғат хеҙмәткәрҙәре яңы белем алып, аралашып, төрлө уйындарҙа бик әүҙем ҡатнашты. Волейбол, футбол, уҡтан атыу, тартыш, ҡул көрәше ярыштары бик көсөргәнешле барҙы. «Киске Өфө» гәзите хеҙмәткәре Артур Батыршин үҙенең уҡһаҙаҡтары менән журналистарға тамаша ҡорҙо. Уҡ-һаҙаҡ борон һунарға йөрөү, яу ҡоралы булһа, хәҙер уҡтан атыу спорттың бер төрө итеп ҡабул ителә. Шулай ҙа йәш быуында үҙ милләтеңдең тарихына, милли йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән етди әмәл. Был ҡорал янында журналистар ҙа, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡарап ҡына тора алманылар, барыһы ла атып ҡараны.
«Журналистар спорт менән дуҫ булыу, сәләмәт тормош алып барыу тураһында яҙа. Улар яҙғанға ышанабыҙ, журналистар үҙҙәре лә физик яҡтан сыныҡҡан шәхес булырға тейеш. Спорт һау милләтте һаҡлап ҡалыуҙа төп инструменттарҙың береһе», - тине Ҡариҙел районы хакимиәтенең социаль сәйәсәт, йәштәр һәм спорт бүлеге начальнигы Вячеслав Симиряков. Журналистар фестивале Башҡортостандың медиа-берләшмәһе өсөн аралашыу, тәжрибә һәм белем менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде, республика журналистары проблемаларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы тикшерҙе, киләсәккә перспективалар билдәләне, яңы ижади идеялары менән уртаҡлашты.
Фото: https://vk.com/jourfest