Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Май 2022, 22:20

Еңеүсе билдәле!

"Рәхмәт, тәрбиәсем!" фотоконкурсында тауыш биреү тамам. 872 тауыш менән "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Вильдан ҡыҙы Әхмәтова еңеүсе булды!

Еңеүсе билдәле!
Еңеүсе билдәле!

1-6 май арауығында төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә барлығы 6 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Беҙ иһә ошо конкурста ҡатнашҡан барлыҡ тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ еңеүсене асыҡлау түгел, ә үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булған тәрбиәселәр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереү булһа - беҙ уға өлгәштек. Әлбиттә, улар өсөн тауыш биреүселәргә лә ихлас рәхмәтлебеҙ!

Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll626e07871c4b5b63bfd13977

Еңеүсегә редакцияның махсус бүләген тапшырып, "Торатау" биттәрендә уның турала мәҡәлә яҙасаҡбыҙ!



#рәхмәт_тәрбиәсем

Еңеүсе билдәле!
Еңеүсе билдәле!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: