Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Апрель 2022, 19:00

Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә

Этҡол ауылының “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһында утыҙ йылға яҡын тәрбиәсе булып эшләүсе Зөһрә Салауат ҡыҙы Арсланбаева тураһында булыр һүҙебеҙ.

Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә
Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә

Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә. Алсаҡ, йылы һүҙле тәрбиәсе балаларға бөтә йөрәген биреп эшләй. Үҙе йыр-бейеүгә лә оҫта, балаларҙа ла шул сифаттарҙы тәрбиәләй. Йыл һайын тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.

Уның тәрбиәләнеүселәре мәктәпкә ныҡлы әҙерлек менән сыға. Тәрбиәсе булып эшләү балалар менән генә түгел, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табыуҙы талап итә. Зөһрә Салауат ҡыҙы ата-әсәләрҙең оло хөрмәтен яулаған да инде. Көләс, һәр ваҡыт йылмайып торған тәрбиәселәрен балалар  ихтирам итәләр һәм яраталар.

Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә
Ул һәр баланың күңеленә юл таба белә
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас: