Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Апрель 2022, 09:00

Изге күңелдән!

.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

"Балаларым бәхетле булһын", тип,
Бар көсөңдө түгәһең.
Һин беҙҙең фәрештәбеҙ бит,
Беҙгә ғүмер биргәнһең.
Маяҡ булдың беҙгә ел-дауылда,
Усаҡ булдың һыуыҡ көндәрҙә.
Донъяның бар йылыһы һинең ҡулда,
Ҡояш нуры балҡый йөҙөңдә.
Мең рәхмәттәр яуһын һиңә,
Фәрештәләр килһен ҡурсалап.
Бар ҡайғылар шундуҡ китә,
Ҡаршы алһаң беҙҙе ҡосаҡлап.

Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, ҡәҙерле әнейебеҙ, өләсәйебеҙ - ВӘЛИЕВА Флүзә Йыһанур ҡыҙын ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Әней! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!

Балаларыңдың һәм уларҙың балаларының яҡты киләсәген күреп, һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!

 

Юбилейың менән ихлас ҡотлап тормош иптәшең Дамир, балаларың Илүзә, Динар, Розалина, ейәнсәрҙәрең Дарина һәм Әминә.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: