

Олоны оло итеп, кесене кесе итеп ҡабул итә белә ул. Кемдәргә генә ярҙам итмәй ул. Үҙ эшенең яуаплылығын тоя һәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
"Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап, кешенең матурлығы эшенә ҡарап", тигән мәҡәл тап шәфҡәт туташы булып эшләгән Гүзәлиә Әүхәҙей ҡыҙына тап килә лә.