Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Ғинуар 2022, 16:00

Дөйә лә, төймә лә бүләк

Бөгөн редакциябыҙға бүләк отоусы тағы ла бер гәзит уҡыусыбыҙ килде. Аҙнайҙан Рауза Хәкимова сәй, тоҙ, шәкәр һауыттары тупланмаһын отҡан булһа, юлы төшкәнендә бүләген инеп алды.

Дөйә лә, төймә лә бүләк
Дөйә лә, төймә лә бүләк

Рауза апай үҙе Стәрлебаш районынан. Аҙнайға килен булып төшөп, хәҙер инде 40 йыл ошо ауылда төпләнеп, тормош иптәше менән донъя көтә.

- Гәзиткә бер ҡалмай яҙылабыҙ. Килгәнен көтөп кенә торабыҙ. Элек тә бәләкәй бүләктәр эләгә торғайны. Әле бүләк отоуым тураһында иң беренсе үҙем гәзиттән уҡып белдем. Бүләк алыу, әлбиттә, ҡыуаныслы, - тине Рауза Хәкимова.

Гәзит уҡыусыбыҙ менән күрешеп, һөйләшеү үҙе бер ғүмер. Оло кешенең теләк-кәңәштәре лә күңелгә шифа:

- Беҙҙе бәләкәйҙән әсәй-өләсәйҙәребеҙ булғанына ҡәнәғәт булырға өйрәтеп үҫтерҙе. Шөкөр, тормошобоҙ матур, иң мөһиме илдәр, донъялар тыныс торһон, ауырыуҙар тиҙерәк бөтһөн, -тине әңгәмәсебеҙ.

Кемдәргә был юлы бүләк эләкмәгән, күңелегеҙҙе төшөрөп ҡуймағыҙ. Алдағы ярты йыллыҡта ла бүләк отош ойошторолор. Иң мөһиме барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ.

 

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: