Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Ғинуар 2022, 11:00

Аҙнаһына бер тапҡыр сыға

Ҡала һәм район гәзиттәре гел генә сифатлы һәм аныҡ яңылыҡтарҙың терәге булып торҙо. Аҙаҡҡы ун йыллыҡта баҫмаларҙың кәмеүенә электрон киң мәғлүмәт саралары, интернетпорталдарҙың, социаль селтәрҙәрҙең күбәйеүе булышлыҡ иткән кеүек. Инде хәҙер гәзиттән оператив хәбәрҙәр көтмәйҙәр.

Аҙнаһына бер тапҡыр сыға
Аҙнаһына бер тапҡыр сыға

Бөгөнгө баҫмалар уҡыусыға ағымдағы ваҡиғалар тураһында ентекле репортаждары, тормошҡа анализы һәм эксперт фекере менән ҡиммәт. Бөтә ошондай һәм башҡа күп – ҡыҙыҡлы, файҙалы, мөһим мәғлүмәттәрҙе һеҙ беҙҙең «Торатау» гәзитенең 2022 йыл өлгөһөнән табырһығыҙ тип вәғәҙә итәбеҙ.

Иғтибар итеүегеҙсә, һеҙҙең ҡулығыҙҙа яңы форматтағы 12 биттән торған “Торатау”. Был ни өсөн эшләнде? Беренсенән, гәзитте бер мәртәбәгә ҡалдырыу, уның хаҡын арттырмауға ла булышлыҡ итте. Заман тенденцияларына эйәреп, беҙҙең буласаҡ гәзит аҙнаға бер тапҡыр – йома көндәрендә таратыла башлаясаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ “Торатау” гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ һәм шуның өсөн һәр гәзит уҡыусыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ. Уҡыусыларыбыҙ артабан да яратып өлгөргән бүлектәрен, тематик биттәрен уҡый ала. Йыл дауамында беҙҙең менән бергә эшләгән, “Торатау” гәзитен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән тоғро дуҫтарыбыҙға, бағыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Район һәм ҡала хакимиәттәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары, ойошма-предприятие етәкселәре, ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, эшҡыуарҙар, мәғариф, мәҙәниәт, китапхана, почта хеҙмәткәрҙәре, бар йәмәғәт ойошмалары, йәмәғәт хәбәрселәре, матбуғат ветерандары беҙгә ныҡлы терәк-таяныс булып тора. «Торатау» аҙналыҡ баҫмаһында үткән ваҡиғаларҙы күҙәтеү, ҡала һәм райондары халҡы тураһында сағыу материалдарға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ һәм үҙ сиратыбыҙҙа яңылыҡтарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫбыҙ.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе ысын күңелдән тормошобоҙҙоң яңы бите – 2022 йылға аяҡ баҫыуыбыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы йыл ғаиләләребеҙгә именлек, бәхет-шатлыҡтар, сәләмәтлек кенә алып килһен, бар уйлаған изге уй-ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын! 2022 йыл ҙур ҡаҙаныштар һәм муллыҡ йылы булһын!


Гөлнур АРТЫҠАЕВА, “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире.

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас: