Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Декабрь 2021, 17:00

Тәүге бүләк – Рәйсә апайҙа!

Киләһе йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. “Торатау” гәзитенә яҙылған һәр кем “Аҙна һайын бүләк!” акцияһында ҡатнашып бүләк ота ала.

Тәүге бүләк – Рәйсә апайҙа!
Тәүге бүләк – Рәйсә апайҙа!

Уҙған аҙнала тәүге бүләк - үтек отторғайныҡ. Ул ҡалала йәшәүсе Рәйсә Нурғәлиева өлөшөнә төштө. Рәйсә Юнир ҡыҙы кисә редакцияға килеп бүләкте алып китте.

– Үтек тураһында күптән хыяллана инем, ҡыҙҙарым Яңы йылға бүләк итһендәр ине, тип тә уйлап ҡуйғайным, – тине ул. - Гәзитте йыл да алдырабыҙ, йыл башынан уҡ бер йылға яҙылып ҡуябыҙ. Гәзит килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Айырыуса беҙҙең менән бергә йәшәгән 87 йәшлек атайым Юнир Әбдрәхим улы “Торатау”ҙың һәр һанын энәһенән ебенә тиклем уҡып бара. Үҙемә бигерәк тә хикәйәләр оҡшай, ҡотлауҙарҙы ҡарап барам. Әйтергә кәрәк, Рәйсә апай былтыр ҙа гәзиткә яҙылыу акцияһында ҡатнашып, ҙур таҫтамал отҡан икән. Быға тиклем дә бер нисә бүләкле булған.

Дуҫтар, һеҙ ҙә бүләк отошта ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн «Торатау» гәзитенә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға килтерегеҙ йәки почта аша һалығыҙ (Совет урамы, 88-се йорт, 1-се ҡат, гәзиткә яҙылыу бүлеге), [email protected] электрон почта адресына ебәрһәгеҙ ҙә була.



Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: